«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Көҙ – мал-тыуар юғалыу мәле лә



04.09.2012 Көҙ – мал-тыуар юғалыу мәле лә

Әлеге миҙгелдә эре мал, йылҡы айырыуса күпләп юғала башлай. Полиция иҫкәртә: ҡарауһыҙ ҡалған мөлкәт – аҡса янсығы булһынмы, әллә һыйырмы – йылғыр әҙәмдәрҙең ҡулына күсеүе бар.
Күрше төбәктәрҙә йәшәүсе граждандар йыш ҡына ошо ҡара эштә тотола. Улар республикаға төндә тик бер маҡсат – мал урлау уйы менән килә. Башҡортостандың сиктәш райондарына “ГАЗель” йә “УАЗ” автомашинаһы менән килеп, ҡарауһыҙ йөрөгән малды тейәп алып китәләр. Көтөүлектән үк йылҡы урлан­ған осраҡтар ҙа булды.
Быйыл 150 мал ҡарағы енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Мартта полиция хеҙмәткәрҙәре Көйөргәҙе районында өс ирҙең эҙенә төштө. Улар Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ишембай, Мә­ләүез, Ауырғазы, Стәрле­тамаҡ һәм Федоровка райондарында малға “айыу майы” һөрткән. Күптән түгел Әбйәлил районының Хәлил ауылы янында һигеҙ һыйыр урлаған өс кеше ҡулға алынды. Уларҙың шундай уҡ башҡа енәйәттәргә лә ҡыҫылышы булыуы ихтимал.
– Йыл буйына әсе тир түгеп көткән мал-тыуарығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә, уларҙы төнгөлөккә иреккә сығармағыҙ. Әгәр ҙә кис ҡайтмаһалар, шунда уҡ эҙләгеҙ, табылмаһа, полицияға хәбәр итегеҙ. Юғиһә, күптәр бер-ике аҙна, хатта ай үткәс кенә беҙгә мөрәжәғәт итә. Ул саҡта малдың эҙенә төшөүе ауыр, – ти БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе эҙәрлекләү идаралығы начальнигы Владислав Ситдиҡов.
Полиция мал урланыуын иҫкәртеү маҡсатында даими рәүештә профилактик саралар уҙғара, әммә үҙегеҙгә уяулыҡты юғалтырға ярамай.

БР буйынса Эске эштәр
министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға