«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һыу транспорты ауыр хәлдә



24.07.2012 Һыу транспорты ауыр хәлдә

БР Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Рес­публикаһының эске һыу транспортын үҫтереү» темаһына кәңәшмә үткәрҙе. Унда министрлыҡ һәм ведомстволар, һыу транспорты предприятиелары етәкселәре, Өфө, Ағиҙел, Бөрө ҡалалары, Благовещен районы хакимиәттәре башлыҡтары, контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Республика башлығы әлегә етди һәм көн үҙәгендә торған проблема – йылғаларҙың һайығыуын, шул арҡала Ағиҙел йылғаһында суднолар йөрөүен юғалтыу хәүефе барлыҡҡа килеүен билдәләне.
Хәл-торош 2010 йылға ҡарағанда ла насарыраҡ, һыу һаҡлағыстар­ға һыу торған һайын әҙерәк килә. Әммә, Президент билдәләүенсә, беҙҙә һыу запасы бар, уның менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ.
Рөстәм Хәмитов өс мөһим проблеманы билдәләне. Беренсеһе – йылға, Ағиҙелдә һыу кимәле кәмеүе. Пассажирҙар һәм йөк ташыусы суднолар тотҡарлана, улар Ағиҙел йылғаһы буйлап Бөрөнән ары китә алмай. Йылғаларҙың һайығыуы ҡоролоҡ эҙемтәһе генә түгел, ә быға йылға үҙәндәрендә эшмәкәрлектең контролдә булмауы ла сәбәпсе.
Икенсе проблема порттар һәм уларҙың эшләүенә бәйле. Йылғаларҙың торошона техник яҡтан йоғонто яһауҙы кәметеү өсөн, Президент билдәләүенсә, һыу һаҡлағыстар төҙөргә кәрәк. Тәү сиратта, һүҙ ҡариҙел йылғаһындағы Түбәнге Һөйән гидроузелы хаҡында бара. Уны төҙөү – яҡын 10 – 15 йылда башҡарыласаҡ эш. Шул уҡ ваҡытта күрше төбәктәр менән килешергә, ҙур средстволар йәлеп итергә кәрәк. Был гидроузел проектының хаҡы – яҡынса 15 – 20 миллиард һум.
Республика башлығы билдәләгән өсөнсө ҙур проблема – Башҡортостан йылға флотының торошо, судноларҙың иҫкергән булыуы, уларҙы яңыртыу һәм мөмкин тиклем яңыларына алмаштырыу кәрәклеге.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға