«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мөхәббәт – татлы ғазап!



17.07.2012 Мөхәббәт – татлы ғазап!

Йәшлек үткәс, бөтөнләй көтмәгәндә осраттым ғүмерлек оло мөхәббәтемде! Күргәс тә йөрәгемде яуланы ул илаһи йән. Тик мин, уның уйҙарымды һиҙеүен тойоп, тиҙерәк ситләшергә теләп ҡуҙғалдым. Троллейбуста уның эргәһендә торғанымды абайлап, ҡуҙға баҫҡандай, ситкәрәк китергә тырыштым. Әммә ул бер осрағанда: «Һин матур түгел, ә мин барыбер һине яратам», − тимәһенме? Бәхетемә күрә, белде ул минең яратҡанымды! Хуп күрҙе! Уға хаттар яҙа башланым. Телефондан саҡырҙы ла: «Хатыңды асҡандар, үҙең килтереп бир!» − ти. Шулай эшләнем дә, шаҡ ҡаттым: ул ҡомһоҙланып хат уҡый башланы. Уның менән һөйләшкәндә бер ҙә ҡулланмаған йылы һүҙҙәрем дә бар ине, шуға уңай­һыҙланып, хатымды кире алырға маташтым − ул көлә-көлә йәшереп уҡыуын дауам итте. Йөҙө балҡығандан-балҡыны. Беҙ икебеҙ ҙә бер-беребеҙҙе тапҡанға һөйөнөп, үҙебеҙҙе бик бәхетле тойҙоҡ! Һәм шул көндән изге хистәребеҙгә хыянат итмәй, ошо көнгә сафлыҡ, паклыҡ нурҙарына күмелгән 80 йәшебеҙгә килеп еттек. Мөхәббәт − ул татлы ғазап! Һағыныуҙан тилмереп осрашыу эҙләйһең, көтәһең! Был хистәрҙе баҫырға теләп өҙгөләнәһең, аптырағас, һөйгәнемә оҡшаған кешене эҙләп сыҡҡан саҡтар булды. Берәүҙе осратып, күҙемде ала алмай текләп, байтаҡ торҙом. Ул кешегә рәхмәт инде, хәлемде аңлағандыр, ҡарай бирһен, тип уйлаптыр инде, һуҡырға һабышып, миңә үҙенә текләргә фатиха бирҙе. Ә ул аҡыл эйәһе мине эҙләп тилмергән, хистәрен һөйөү йырҙары итеп радио аша бер өҙлөкһөҙ миңә оҙата − үҙ күңелен бушата, ҡәнәғәтлек таба, тыныслана ине.
Йәшлек, ғүмер үтте, әммә үкенерлек түгел − хистәребеҙ ваҡланманы, саф килеш һаҡланды! Намыҫтың баһаһы юғалған, урамда көпә-көндөҙ бер-береһенә йәбешеп үбешеп торған йәштәрҙе йәлләйем… Һөйөү сит күҙҙәрҙән йәшеренһә генә саф була түгелме? Йәшлек, матурлыҡ, бер-береңә булған ихлас мөхәббәт тойғоһо урам тамашаһына әйләнергә тейешме ни?! Ғүмерҙең саф алтындай сағының бәҫен ҡәҙерһеҙләмәй, шул килеш һоҡланып туймаҫлыҡ матурлығын ҡәҙерләп һаҡлап, яҡты нур булып балҡып, маяҡ булып, яратып йәшәһәгеҙ ине! Мөхәббәт йәшәртә, мөхәббәт йәшәтә.

З. МАННАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға