«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балалар ҙа эсә…



13.07.2012 Балалар ҙа эсә…

Шундай көн дә килеп етте − наркотик ҡуллан­ған һәм эскән балаларҙы дауалау өсөн ҡыр­мыҫҡалы районында республика реабилитация үҙәге эшләй башланы.
Унда шулай уҡ бәлиғ булмаған көйө үк эскегә һабышыусы граждандар ҙа дауалана ала. Был учреждениела балалар 45 көн була, улар менән тәжрибәле белгестәр – табиптар, психологтар, уҡытыусылар эшләй. Дауаланыу аноним, балаларҙың бында реабилитация үткәнлеген яҡындарының белмәй ҙә ҡалыуы ихтимал.
Учреждениела балаларҙы сәләмәт тормошҡа ҡайтарыуға ижади ҡарайҙар – малайҙар спорт менән шөғөлләнә, ҡыҙҙар сигеү сигә. ҡайһы бер үҫмерҙәр музыка инструменттарында ла уйнарға өйрәнә. Учреждение йыл башында ғына асылһа ла, уның ыңғай йоғонтоһо билдәләнә башлаған.
Бындай үҙәк Башҡортостанда берәү генә, ул 25 урынға иҫәпләнгән. Ошондай уҡ учреждение Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалаларында ғына бар. Шулай уҡ беҙҙең мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында наркомандар йәки алкоголиктар бармы-юҡмы икәнлеген билдәләү өсөн ирекле тестар ҙа үтергә мөмкин.
Башҡортостанда әле өс үҫмер наркоман булараҡ теркәлгән, 25 бала көслө психотроп матдәләр ҡулланыусы булараҡ иҫәпкә алын­ған. Токсикомандар тағы ла күберәк – теркәлгәндәре генә 53 бала. Шулай ҙа һәр кем белә – иҫәпкә алынған наркоман йәки эскеселәр­ҙең һаны ысынбарлыҡҡа тура килеп бөтмәй – насар ғәҙәтле балалар беҙҙә тағы ла күберәк…

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға