«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәхет – кешеләргә бәхет килтереү



10.07.2012 Бәхет – кешеләргә бәхет килтереү

Хеҙмәт менән ғүмер итеү – иң ҙур бәхет донъяла!
ҡадир Даян.
Бәхет – кешеләргә бәхет килтереү
Кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға ғүмерҙәрен бағышлап, ошо һөнәргә тоғро хеҙмәт итеүсе табиптар, һис шикһеҙ, һоҡланыу уята.
Шундай иҫ киткес аҡ халатлылар рәтенә үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ Альбина Вилданованы ҡуйһам, һис яңылышмамын. Сөнки ул – 40 йылға яҡын ғүмерен яратҡан һөнәренә арнап, ауылдаштарының ихтирамын яулаған хеҙмәт ветераны.
Альбина апай, Илеш районындағы Этәй мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлағас, шәфҡәт туташы булыу теләге менән баш ҡалабыҙҙың беренсе медицина училищеһына уҡырға инә. Тырышып уҡыу, практик эштәрҙе еренә еткереп башҡарыу Альбина апайҙың буласаҡ һөнәренә ярҙам итә.
1966 йылдың февраль айында Иҫәнбай ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай, ә 1975 йылда уны мөдир итеп ҡуялар. Ул йылдарҙа ауырыуҙарға беренсе ярҙам күрһәтеү, балаларға, ололарға ваҡытында прививкалар яһау менән бер рәттән, бала табыу бүлеге лә эшләй.
Үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте менән ул йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша.
Ауыл советына депутат, 1982 – 1984 йылдарҙа ауыл советы рәйесе, бик күп йылдар ауыл советы янында ойошторолған ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе кеүек йәмәғәт эштәрендә лә эшләй.
Ауылдаштарҙың хөрмәтенә лайыҡ булған шәфҡәтле апай үткән тормошо өсөн үкенмәй. Көн-төн тимәй, күпме кешегә ярҙам ҡулы һуҙған, күпме сабыйҙы яҡты донъяға ҡабул иткән. Ә ул заманда ниндәй генә хәлдәр булмаған. “Тиҙ ярҙам” машинаһы юҡ, ауылда транспортлы кеше юҡ дәрәжәһендә, бөтә ышаныс – атта.
Тормош иптәше Әлфис ағай менән ике балаға ғүмер биреп, уларҙы үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Әлеге ваҡытта Альбина апай кесе улы Илгиз менән көн күрә.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул кешеләргә әле лә һәр ваҡыт кәрәк. Кем генә ярҙам һорап килһә лә, бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Тәүәккәллеге, яуаплылығы, ҡатмарлы хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмауы менән ул кешеләрҙә ышаныс уята.
Яҙмышын иң изге эшкә – кешелектең төп байлығы – ғүмерҙе һаҡлауға арнаған Альбина апайҙың тырыш хеҙмәте оло ихтирамға лайыҡ.
Кеше өсөн иң ҙур бәхет – кешеләргә бәхет килтереү. Намыҫлы, ауырлыҡтарға бирешмәүсән, тырыш булыуы ауылдаштарында тик һоҡланыу ғына уята. Уға алдағы көндә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр, хәйерле ҡартлыҡ, балаларының, ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәүен теләп ҡалам.

Изалия ХӘЛИМОВА,
Илеш районының Үрге Йәркәй
1-се гимназия уҡыусыһы.

Һүрәттә: 1965 йыл, ноябрь (практика ваҡытында).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға