«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт



10.07.2012 Беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт

Беҙҙең, һуғыш балаларының, бала сағы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы үҫмер мәле бик ауыр тормошта үтте. Шуға ла күптәребеҙҙең һаулығы ныҡ ҡаҡшаған. Быйыл улым Ишбулат, киленебеҙ Айгөл Рафаэль ҡыҙы тормош иптәшем менән икебеҙҙең 70 йәшебеҙгә Йоматау шифаханаһына юллама алып биреп, ял итеп, дауаланып ҡайтығыҙ, тип оҙатты. 29 марттан апрелдең 8-нә тиклем шунда ял итеп, һаулығыбыҙҙы нығытып ҡайттыҡ.
Ял итеүселәргә ҙур иғтибар, хөрмәт менән ҡараған барлыҡ санаторий хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ. Директор Илшат Әхәт улы Сәлиховҡа, уның дауалау эше буйынса урынбаҫары Айҙар Әсфәт улы Әлибаевҡа, беҙҙең дауалаусы табип Лена Вил ҡыҙы Бикҡоловаға һәм Мораҡтағы мине дауалаусы табип Индира Солтан ҡыҙы Ғайсинаға, шәфҡәт туташы Надежда Кузьминична Ивановаға, табип Хәтирә Шәрифйән ҡыҙы Кинйәбаеваға, Тәүәкән фельдшер-акушерлыҡ амбулаторияһының барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт әйтеп, ҡоростай һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Ишмөхәмәт ШАҺИВӘЛИЕВ.
Күгәрсен районы,
Тәүәкән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға