«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Дуҫыңа ышанғансы...



06.07.2012 Дуҫыңа ышанғансы...

БР буйынса Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлексәһе Октябрьский ҡалаһында Татарстан кешеһен ҡотҡарған.
Татарстан Республикаһының Баулы районында йәшәүсе 25 йәшлек егет аҡса эшләү теләге менән беҙҙең республикаға килгән. Октябрьский ҡалаһында ул күптәнге таныштарын осрата. Элекке дуҫтар яҡшы ғына итеп күңел асып алғандан һуң, Башҡортостан егеттәре күрше республика ҡунағына көсләп төрлө банкылар­ҙан кредит алырға ҡуша. Әммә был тәҡдимгә риза булмағас, меҫкенде ҡаты туҡмайҙар, иреккә сығарған өсөн аҡса һорайҙар.
Егет, әсәһенә шылтыратып, ашығыс рәүештә аҡса ебәреүен үтенә. Әммә әсә кеше быға ышанмай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ көттөрмәй, енәйәтселәр менән бәйләнешкә сыға һәм уларҙы ҡулға ала.
Аҡса талау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Яҡын арала Рәсәй Тикшереү комитетының БР буйынса идаралығы енәйәтселәрҙең законһыҙ ҡылыҡтарына юридик баһа бирәсәк.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға