«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә һин тәмәкене ниндәй закон менән тыйыр инең?



01.06.2012 Ә һин тәмәкене ниндәй закон менән тыйыр инең?

Төрлөсә көрәшергә маташып ҡарайбыҙ. Тәмәкегә ҡаршы көрәште әйтәм. ҡайҙан килеп сыҡты шул беҙгә? Хәҙер, ана, балалар ағыулана. Тыйыр әмәл юҡ. Әллә бармы? Һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, мөмкинлек бирелһә, тәмәкене тыйыу тирәләй ниндәйерәк закондар сығарыр инегеҙ?

Галина АРЫҪЛАНОВА, БДУ студенты:

– Мин иң тәүҙә етәкселәргә тәмәке тартыуҙы тыйыр инем. Тартмаған түрә ҡул аҫтындағыларҙан да шуны талап итәсәк, эш ваҡытында көйрәтеп торорға юл ҡуймаясаҡ. Йәнә лә сәйәсмәндәргә, табиптарға, уҡытыусыларға тыйыу кәрәк. Тәүгеһе, тарт­һа, тәмәкегә ҡаршы йүнле закон ҡабул итеүҙә ҡатнашмаясаҡ. Ә икенсеһе кеше һаулығын һаҡлай, тимәк, үҙенә лә зыян килтерергә тейеш түгел, өсөнсөһө тәрбиә һәм белем бирә, тәмәке тартып, ул үҙенең насар ғәҙәтле булыуын һәм наҙанлығын күрһәтмәһен. Көрәшкәс, ысынлап, ихлас күңелдән һәм дөрөҫ итеп көрәшәйек.

Сәғит РАМАҘАНОВ, Өфө районы, уҡытыусы:

– Тәмәкегә хаҡтарҙы алмаштырыр инем. Йә үтә күтәреп, йә, киреһенсә, арыу ғына төшөрөп. ҡайһылыр сит илдә, Бөйөк Британияла шикелле, сигарет ныҡ ҡиммәт, шуға ла уның менән мауығып бармайҙар, тип ишеткәйнем. Әйҙә, булһын берәй мең һум.
Ә арзанайтыу тураһында әйткәндә, тәмәкенең бер ҡабы, мәҫәлән, өс-дүрт һум тора, ти. Был етештереүселәрҙең “кеҫәһенә” ныҡ һуғыр ине, сөнки арзан тауар сығарыу килемһеҙ буласаҡ. Бынан тыш, арзан тәмәке һатыуҙан һалым да әҙ булып, дәүләткә әллә ни файҙа бирмәҫ һәм дәүләттең етештереүселәргә ярҙам да иткеһе килмәҫ ине.

А. ВАФИНА, табип, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

– Миңә мөмкинлек бирелһә, тәмәкеселәргә “больничный”ҙа эш хаҡын һаҡлауҙы тыйыр инем. Тартаһың икән, тимәк, үҙ һаулығыңа зыян эшләйһең, шулай булғас, әйҙә, ауырығанда эш хаҡың иҫәпләнмәһен.
Тағы бер ысул – балаһы тәмәке тартҡан ата-әсәгә штраф һалыу. Минеңсә, бик һөҙөмтәле буласаҡ.

Гөлниса КӘРИМОВА, Йылайыр районы:

– Мин йәш быуынды тәмәкенән нығыраҡ аралау яғын ҡайғыртыр инем. Үҫмерҙәрҙең, бигерәк тә ҡыҙҙарҙың тәмәке төтөнө һурыуын һаман ҡаты закон менән йүнләп тыя алмайҙар ҙа баһа! Эшләмәгән закон кемгә кәрәк?!
Иң тәүҙә балаларға тәмәке һатҡан өсөн штраф күләмен арттырырға кәрәк. Һатыусы 18 йәше тулмаған кешегә бер ҡап сигарет һата икән, 10 мең һум йә унан да артығыраҡ түләһен. Йәки бөтөнләй эштән ҡыуылһын.

Илмира АЛЛАҒУЖИНА, БДУ студенты:

– Әле ҡайһы бер тәмәке ҡаптарында “Тәмәке үлтерә” йә ”Тәмәке тартыу яман шешкә килтерә” тигән яҙыуҙар күренә. Уның файҙаһы юҡтыр ул. Ә бына тәмәкенән “янған” үпкә фотоһы йә һары, серек тештәр һ.б. һүрәттәр, ысын фотолар ҡуйылһа, бәлки, бер аҙ һөҙөмтәһе булыр һымаҡ. Тәмәкене ағыулы матдәләр исемлеге мотлаҡ яҙылған, бер нисек тә биҙәлмәгән, ҡара, һоро төҫтәрҙә генә булған ҡапҡа ғына һалырға рөхсәт бирелгән законды ҡабул итеүгә ике ҡулымды ла күтәрер инем.

Айсын АҡБУЛАТОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға