«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Талпан туйыр осор башланды



27.04.2012 Талпан туйыр осор башланды

Талпан туйыр осор башланды
Быйыл да талпандар үҙ һөжүмен башлаған. Үткән аҙнала республикала вирусология лабораторияһына 130 талпанды тикшертергә килтергәндәр.
Яҙ иртә килеү сәбәпле, талпан энцефалиты менән зарарланыу хәүефе лә арта. Былтыр 42 районда тап ошондай йоғошло бөжәктәр булыуы асыҡланған. Шун­лыҡтан һаҡ булырға кәңәш ителә.
Талпанды тәндән алғанда ҡаҙалған урын­ға май һөртөгөҙ. Бөжәкте ялан ҡул соҡоп алырға ярамай. Мотлаҡ махсус бирсәткә кейегеҙ.
Талпан тешләгәндән һуң оҙаҡ (өс аҙна самаһы) температура юғары бул­һа, кеше хәлһеҙ йөрөһә, тиҙ ҡуҙғып китеүсәнгә әйләнһә, табипҡа мотлаҡ барһын.
Өфөлә энцефалитты асыҡлай торған махсус лаборатория ла бар (Шәфиев урамы, 7, телефоны – (347) 237-58-40).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға