«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәшлекте ҡайҙа үткәрергә?



24.04.2012 Йәшлекте ҡайҙа үткәрергә?

Беҙҙең Манышты ауылындағы мәҙәниәт йорто бынан 16 йыл элек янып юҡҡа сыҡҡайны.
2005 йылдың көҙөндә мәктәп төҙөлөп, эшләй башланы. Мәҙәниәт буйынса район «министры» мәктәп спорт залын нисәлер йылға арендаға алды ла, хәҙер физкультура дәрестәре лә, шәмбе дискотекалары ла шунда үтә. Элек төрлө яҡтарҙан концерттар алып килһәләр, хәҙер ундай шатлыҡтан мәхрүмбеҙ. Сөнки беҙҙең спорт залында сәхнә һәм кейенеү бүлмәләре юҡ. Ултырыр өсөн ултыр­ғыстар ҙа бик әҙ. Гәзит-журналдар ҙa, шашка, шахмат, домино, бильярд һәм башҡа өҫтәлдә уйнай торған ҡорамалдар ҙа юҡ. Күргәҙмә агитация тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Янғын сыҡмаҫ элек, мәҙәниәт йорто бар саҡта, йәше лә, ҡарты ла клубҡа йөрөнө. Концерт номерҙары әҙерләп, үҙебеҙҙә, ә һуңынан Асы, Йөйәк, Уҫманғәле һәм башҡа күрше ауылдар­ға йөрөп, яҡшы ғына сығыш яһаныҡ. Район буйынса ғына түгел, республика смотрында ла ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайттыҡ.
Кемдең бер йортта кешенең дә, һыйырҙың да йәшәүен күргәне булды икән? Беҙ бит әлеге ваҡытта шул хәлдә тороп ҡалдыҡ. Район «министры»ның яңы хаты буйынса, мәктәптең спорт залын бөтөнләйгә биреүен һорап, мәктәп директорына хат та ебәрелгән, тиҙәр. Маныштыларға спорт залы кәрәкмәй, тип уйланымы икән ни Зәлифә Әғләмова?
Президенттарыбыҙ Д. Медведев һәм Р. Хәмитов һәр урында спортты үҫтерергә саҡырғанда, беҙҙең районда уның юлын быуалар түгелме? Әйткәндәй, беҙҙең Инйәр ауыл советы биләмәһендә 22 ауыл булып, шуның тик береһендә − Инйәр ҡасабаһында ғына мәҙәниәт йорто бар.
Фекеремде һеҙгә яҙып ебәрәм, бәлки, етәкселәр уйланыр, һәм беҙҙә лә мәҙәниәт йорто төҙөрҙәр.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға