«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәләкәй йылғалар ҙа ташһа таша икән…



13.04.2012 Бәләкәй йылғалар ҙа ташһа таша икән…

Бәләкәй йылғалар ҙа ташһа таша икән…
Тәбиғәт юҡ-юҡ та көтөлмәгән бүләктәр әҙерләп ҡуя. Яҙғы ташҡын алдынан ҙур йылғаларҙа һыу күтәрелеүҙән һаҡланыу саралары күрелә, ә бына бәләкәйҙәре ташыу ҡурҡынысы ла бар тип бер кем дә уйламайҙыр. Баймаҡ райо­нының Байыш ауылындағы йылға тип әйтмәһәң, хәтере ҡалырлыҡ, тауыҡ кисеп кенә сыҡмалы Урғаҙаның шул тиклем дә ҡотороноп ташырын бер кем дә көтмәгәндер. Уҙған аҙнала була был хәл. Яңылбикә апай Зәйнуллинаның һарайына ҡапыл ғына һыу тула башлай. Улы килеп, биленән һыу кисеп, малдарҙы ҡотҡарыу хәстәрен күрә: ҡайһыларын күршеләренә ташый, өй ҙә, солан да мал менән тула. Эре мал ғына түгел бит, һарыҡтары ла, тауыҡтары ла бар, барыһы ла йәл. Бер нисә һарығы кәбән башында төн сыға. Һыу нисек тиҙ күтәрелгән булһа, шулай уҡ тиҙ генә ҡайтҡан һымаҡ була. Әммә тыныс­ланырға иртәрәк булған икән, малдарын күршеләренән йыйып алып ҡайтыуҙары була, һыу йәнә күтәрелә башлай, һыйыр-һарыҡтарҙы «эвакуациялау» өр-яңынан башлана. Ярай, улар­ҙың һарайын ғына һыу баҫа, ә түбәндә ултырған урам тотош һыу аҫтында ҡала. Бер аҙна буйы диңгеҙ эсендә ултыралармы ни… Хатта өйөнән дә сыға алмаған кешеләр була. Ташҡын һыу ишек алдарына боҙ ҙа килтереп тултыра. Йылға урынына ҡайтҡас та батҡаҡ, бысраҡтан ауыл тормошо тиҙ генә ғәҙәти хәленә ҡайта алмай әле. Йылға йыл да таша-ташыуын, әммә ауыл халҡы былай итеп ҡотороноп ташҡанын күптән хәтерләмәй. Ололар әйтеүенсә, Урғаҙа шулай онотҡанда бер үҙенең көс-ҡеүәтен күрһәтеп ала икән.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға