«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ябай шарттарҙа килеп тыуған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған ун һорау



16.03.2012 Ябай шарттарҙа килеп тыуған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған ун һорау

1.“Үлем язаһы” ҡорбандары баштарын сабып өҙгәндә ауыртыу һиҙгәнме?
Эйе. 1983 йылда үткәрелгән медицина тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә язалау нисек кенә тиҙ башҡарылһа ла, башы сабылған кешенең бер нисә секунд ауыртыу тойоуы асыҡланған. Гильотина ҡулланған ваҡытта ла 2 − 3 секунд дауамындағы ауыртыуҙан бер нисек тә ҡотолоп булмай.

2. Нишләп ананастар сәнскеле?
Ананас сәнскеле булғас, уның тәбиғәттәге төп роле – хайуандарға аҙыҡ булыуы нисек үтәлә һуң? Ә ысынында иһә магазинда һатылған ананастар әле өлгөрмәгән. Йәнлектәр уны өлгөрөп еткәс кенә ашай икән. Өлгөргәс, ананас йомшара, уны әрсеүе еңеләйә. Үҫемлектәрҙең күбеһенең тышы уларҙың емештәрен өлгөргәнсе һаҡлап ҡалыу өсөн сәнскеле була.

3. Һуҡыр сысҡандың ояһының ҙурлығы ниндәй?
Һуҡыр сысҡандар ер аҫтында йәшәүсе селәүсендәр һәм һөйрәлеүселәр менән туҡлана. Шунлыҡтан уның ояһының ҙурлығы тупраҡтың тереклеккә бай булыуы менән туранан-тура бәйле. Шуға ла йәшеллеккә бай аҡланда йәшәгән сысҡандың ояһы насар мөхиттә йәшәгәндекенән күпкә бәләкәй була. Ҙур һуҡыр сысҡан 7 мең квадрат метр майҙанлы, башлыса, тоннелдәрҙән торған өң ҡаҙый ала.

4. ҡара төҫтәге әйбер, ысынлап та, кешене ябығыраҡ күрһәтәме?
Эйе. Кешенең күҙе сағыу төҫтәрҙе яҡшыраҡ ҡабул итә, шунлыҡтан тән һыҙаттары ҡара төҫлө кейемдә бәләкәйерәк күренә. Ләкин был кешегә туп-тура ҡарағанда ғына шулай, әгәр ҡабырғаһынан ҡараһаң, уның тәненең ҙурлығы нисек бар, шулай күренә.

5. Нишләп кесерткән шул тиклем ауырттырып саға?
Кесерткән кеше тәненә тейгәс, уның япрағындағы төксәләре һына һәм өс химик матдәнән торған ағыу бүленеп сыға. Был кислоталы химик матдәләргә ҡаршы зарар күргән урынға ҡуҙғалаҡ һалырға кәңәш ителә. Уны тәнгә ышҡығанда һелте бүлеп сығара. Был ысулдың ярҙам итеүе менән барыһы ла ризалашмай, ә ауыртыуҙың баҫылыуын һалҡын япраҡтың тирене һыуытыуы менән бәйләйҙәр.

6. Кеше тәнендә нисә төр микроорганизм йәшәй?
Бындай микроорганизмдарҙың һаны ике йөҙгә яҡын, ауыҙҙа ғына улар – 80. Беҙҙең организм – микробтарҙың үҙенсәлекле бер “фабрикаһы”. Көн һайын беҙҙең тәнебеҙ 100 миллиардтан 100 триллионға тиклем, тиренең һәр сантиметрына 10 миллионға яҡын бактерия тыуҙыра. Тештәрҙә, тамаҡта һәм аҙыҡ юлдарында микробтарҙың һаны бер нисә мең тапҡыр артып китә. Шулай уҡ кеше тәнендә фолликуляр талпан кеүек зыянһыҙ паразиттар үлгән күҙәнәктәрҙе ашап, бер ҡаршылыҡһыҙ көн күрә. Ә мәҫәлән, Naegleria fowlery амебаһы кешенең мейеһендә үрсей һәм ҡорбанын үлтерә.

7. Ни өсөн уртаға бүленгән алмаға лимон һуты һөрт­һәң, ул ҡараймай?
Был алманың күҙәнәк структураһы менән бәйле. Алманы бысаҡ менән телгән ваҡытта уның күҙәнәктәре тарҡала һәм һауа уның ферменттарын әселәндерә. Был емеш көрән төҫкә ингән процесс күҙәнәктәр­ҙең терелеүенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта ул хайуандар өсөн дә ылыҡтырғыслығын юғалта һәм ашалмай. Ә лимон кислотаһы был процес­тарҙы тотҡарлай.

8. Пуля үтә алмаһын өсөн кешегә ни тиклем һимеҙ булырға кәрәк?
Бының өсөн ҡот осҡос һимерергә кәрәк булыр ине. Киң таралған 9 миллиметрлы пуля тулыһынса туҡтағансы кеше тәнен 60 сантиметрға тишеп үтә ала. Әгәр ул тире аҫтындағы майға эләгеп туҡтап ҡалғанда ла, уның килеп бәрелеү көсө эске органдарға ҙур зыян килтерер һәм кеше ҡан юлдары тромбозынан үлер ине.

9. Һағыҙаҡтарҙы берәй йәнлек ашаймы?
Һағыҙаҡтарҙы ҡоштар, скунс бурһыҡтары, айыу­ҙар, йәтсәләр, ҡомаҡ һәм сысҡандар ашай. Улар менән ҡоштарҙың 133 төрө туҡлана, ә сағылмаҫ өсөн иң тәүҙә был бөжәктәрҙе ағастарҙың олонона һуғып һыталар. Бурһыҡтар һағыҙаҡ ояларын ҡаҙа һәм уларҙың “хужалары”ның ҡуҙғыуына иғтибар итмәй ашай. Шулай уҡ һағыҙаҡтар энәғараҡ, тәлмәрйен, күбәләк һәм ҡуңыҙҙарҙың яратҡан ризығына әйләнә. ҡайһы бер төр һағыҙаҡтарҙың ҡарышлауыҡтарын майҙа ҡыҙҙырғанда бик тәмле лә тиҙәр.

10. Нишләп тәбиғәт тәгәрмәс булдырмаған?
Тәбиғәт уны булдырған, тик тәгәрмәстең барлығы әлегә тиклем һиҙелмәгән. Микроорганизмдар түңәрәк дискыларҙы хәрәкәт итеү өсөн ҡуллана. Улар ярҙамында бактериялар күҙәнәк мембранаһында “тәгәрмәс”кә йәбешеп йөрөй. Был тәгәрмәс бик ҙур тиҙлек менән әйләнә (секундына 100 тапҡырға тиклем) һәм күҙәнәк электр энергияһы сығарып, мембранаһының протеиндарын тәьмин итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға