«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Үлемең ҡайҙа икәнен белмәйһең шул…



24.01.2012 Үлемең ҡайҙа икәнен белмәйһең шул…

Һуңғы ваҡытта бигерәк тә йәштәр­ҙең мәғәнәһеҙ үлеме ха­ҡында мәғлүмәттәр йыш ишетелә. Үкенескә күрә, бында эскелек тә ҙур роль уйнай.
Бер нисә көн элек ике йәп-йәш егет гаражда газға ағыуланып үлгән. 21 йәшлек студент егеттең өйгә ҡайтмауын белгән әсәһе «саң» ҡаҡҡан. Ярай әле, атаһының машинаһын алманымы икән, тип гараждарына килергә башы етә. Улы, ысынлап та, шунда булып сыға, әммә…
Моғайын, йәштәр имтихан «йыуырға» гаражға ингәндер. Ә автомобилде йылыныу өсөн ҡабыҙғандарҙыр. Тик «эштәре» менән шул тиклем онотолалар, хатта машина иртәнгәсә, бензины бөткәнсе эшләп ултырып һүнә. Газы тарала.
Тағы бер фажиғә: баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы гаражда ике генә түгел, ә дүрт егеттең үлем факты тикшерелә. Улар араһында 14, 15 йәшлектәре лә булған. Йәштәр бында йылынырға һәм эсергә ингән. Бишенсеһе, 20 йәшлек егет – араларында иң өлкәне – иҫән ҡалған-ҡалыуын, әммә аяҡ-ҡулын туңдырған – автомобиль иртәнгәсә һүнгән булған.
Егеттәрҙең үлем сәбәбен экспертиза ғына теүәл итеп әйтәсәк. Өсөнсө фажиғәгә лә эскелек ғәйепле. Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамында 25 йәшлек иҫерек водитель «Дэу-Нексия» автомобилендә юл ситендә торған «ПАЗ» автобусына килеп бәрелә. Һөҙөмтәлә ундағы пассажир – аграр университеттың 2-се курс студентының ғүмере өҙөлә.

А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға