«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Енәйәт һәм яза



24.01.2012 Енәйәт һәм яза

Магазин ҡарағы
Супермаркетҡа ингәс, иң тәүҙә нимә эшләйһегеҙ? Әлбиттә, кәрәкле көндәлек тауар, аҙыҡ-түлекте алаһығыҙ ҙа, кассала аҡсаһын түләп, сығып китәһегеҙ. Ә бына Өфө ҡалаһынан 29 йәшлек Регина ханым икенсе әмәлен тапҡан. Ул, ҙур арбаға байтаҡ әйбер тейәп, кассир алдында баҫҡас, теге йә был тауарҙа “йөй” тапҡан. “Мин үҙем эшҡыуар. Сифатһыҙ әйберҙе шундуҡ беләм. Миңә икенсеһен алып килегеҙ. Юғиһә хәҙер кәрәкле кешеләргә шылтыратым”, – тип ғауға ҡуптара Регина. Кассир эште олоға ебәреүҙән шөрләй. Сөнки клиент һәр саҡ хаҡлы. Ул тиҙ генә, эш урынын ташлап, икенсе тауар артынан складҡа йүнәлә. Шул арала ”йомро башлы” ханым бар әйбер­ҙе сумкаһына тейәп, магазиндан эҙен ялтырата.
Регина был алымын Өфө ҡалаһының төрлө магазиндарында файҙаланған. Урланған әйберҙәр­ҙең хаҡы бер ҡасан да 5 – 7 мең һумдан кәм булмаған. Был сумманы алданған кассирҙар үҙ кеҫәһенән ҡаплаған.
Һәр яуызлыҡтың аҙағы була. Тиҙҙән йылғыр ҡатын полиция ҡулына эләгә. Регинаға 21 (!) эпизод буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Етмәһә, быға тиклем урлашҡаны һәм мутлыҡ ҡылғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Әлеге енәйәттәре өсөн ике бала әсәһенең биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Енәйәтселәр сылбыры

Салауат ҡалаһының закон әһелдәре наркотик һатыусы 26 йәшлек егетте эләктерә. Уның йортонда тентеү үткәргәндә бер килограмдан ашыу марихуана табыла. Полиция был егет аша тағы ла ике «сауҙагәр»ҙең эҙенә төшә. Икенсе көндө улар ҙа һаҡ аҫтына алына.
Был енәйәт сылбырының башы 26 йәшлек Үзбәкстан гражданына барып тоташа. Ул Салауат ҡалаһында төҙөлөштә эшләгән, Рәсәйҙә теркәлмәйенсә йәшәгән. Былтыр мартта ул беҙҙең илдән ҡыуып сығарылған, әммә нисектер кире килгән. Ул ошо егеттәр аша наркотик матдә һатҡан. Уларға, әлбиттә, билдәле процент түләгән. Әлеге мәлдә был биш иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға