«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тәрбиә эшен матбуғатҡа ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел



15.11.2011 Тәрбиә эшен матбуғатҡа ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел

Мин күптән хаҡлы ялда, әммә донъяла, илебеҙҙә, республикабыҙҙа барған хәл-ваҡиғалар менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып, уҡып, ҡарап барам. Гәзит-журнал уҡымаһаң, көнүҙәк темалар күҙ уңынан төшөп ҡала, шунлыҡтан республикабыҙҙа сыҡҡан башҡорт баҫмаларын даими алдырып, уҡып барам. «Йәшлек» гәзите иһә элек-электән, әле «Ленинсы» сағынан уҡ, минең иң яҡын һәм тоғро юлдашым. Әле, ваҡытлы матбуғатҡа хаҡтар арта барһа ла, яратҡан гәзитемә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Тик минең кеүектәр әҙерәк шул: ҙур-ҙур йорттар төҙөйҙәр, текә-текә сит ил автомобилдәрендә елдерәләр, әммә гәзит-журнал алдырып уҡымай­ҙар. Йәштәр тураһында әйтәһе лә түгел: компьютерға текләп, ҡулдарына гәзиттәрҙе алып та ҡарамай­ҙар.
Баҫмаларға килгәндә, әлбиттә, журналистар донъя-көнкүрешебеҙҙе һәр яҡлап яҡтыртырға тырыша. Был бик хуп. Фәһем, үрнәк, хатта ғибрәт алырлыҡ темаларҙы ла күтәреп сығалар. Тик мин бер нәмә менән килешеп етмәйем: эскеселәр тураһында даими яҙабыҙ, ә ул алкоголиктар һис юғында йылына бер тапҡыр ғына булһа ла гәзит тотоп ҡараймы икән? Эскелеккә, наркоманлыҡҡа һәм башҡа алама ғәҙәт-күренештәргә ҡаршы көрәште матбуғат сараларының ғына алып барыуынан фәтүә әҙҙер. Тәрбиә эше менән, совет заманындағы кеүек, район, ауыл хакимиәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, социаль-профилактик үҙәк кеүек йәмәғәт ойошмалары шөғөлләнергә тейеш − бына уларҙың йоғонтоһо ҙур булыр ине. Минеңсә, эскелеккә ҡаршы көрәшеп булмай ул, ә айыҡлыҡ өсөн көрәшергә кәрәк.
Закондарыбыҙ, ҡарарҙарыбыҙ ҙа бик ҡыҙыҡ беҙҙең. Уҡытыу­сылыҡтан пенсияға сыҡҡас, миңә мәктәп, уҡыусылар темаһы яҡын. Бына закондарыбыҙҙың береһендә, мәктәпкә яҡын йәки 100 метр алыҫлыҡта һыра һатыу тыйыла, тиелгән. Тимәк, 100 метр алыҫлыҡта тыйыла, ә 101-се йәки 200 метр арала һатырға мөмкинме?!
Әле Башҡортостандың күп кенә районы «Айыҡ ауыл» акцияһына ҡушылды. Ысынлап та, халҡы эсмәүсе ауылдар булыуы һөйөндөрә. Ошо сараға бар ғаләм менән ҡушылыу кәрәк тә бит. Әлбиттә, бының өсөн урындағы властарға тырышлыҡ һалырға һәм талапсанлыҡ күрһәтергә тура киләсәк. Юғиһә ауылы-ауылы менән эскелек һаҙлығына батҡан биләмәләр бар бит − бына ошо эсте бошора. Ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә һалынған милли аң, рух, киләсәк быуын өсөн яуаплылыҡ тойғоһо орлоҡтары шытым бирһен өсөн бөтә ғаләм көс-тырышлыҡ һалһа, исмаһам, совет йылдарында гөрләп сәскә атҡан ауылдарыбыҙ был тиклем дә бөлгөнлөккә төшмәҫ ине.

Салауат БАЙГИЛДИН.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға