«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Замандаштарым һынатманы



08.10.2011 Замандаштарым һынатманы

Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә икән. Әле генә беҙгә егермешәр йәш ине, ә хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуалайбыҙ. Беҙгә, оло быуын кешеләренә, ас­лыҡ-яланғаслығын да, төрлө сә­йәси-иҡтисади үҙгәрештәр­ҙе лә күп күрергә тура килде.
Минең тәүге геройым, Белорет районының Манышты ауылында тыуып үҫкән Нәфисә Шаһалова ла кесе йәшенән үк нужа һурпаһын күп татый. Уның атаһын, “халыҡ дошманы” мөһөрөн тағып, Себергә оҙаталар. Әсәһе береһенән-береһе бәләкәй балалар менән тороп ҡала, уларҙың иң олоһона 12 генә йәш була. ҡатын Инйәр урман хужалығында эшләй, бар хәленсә балаларының тамағын туйҙырырға тырыша. Ул заманда репрессияға эләккән кеше­ләр­ҙең ғаиләһенә бөтөнләй икенсе ҡараш була. Балаларға яҡшылап белем алыу форсаты ла теймәй.
Нәфисә Һарун ҡыҙы үҙе кеүек “халыҡ дошманы” балаһы Апсатый Хәсәновҡа кейәүгә сыға. Ул урман хужалығында эшләне, ә ҡатыны Белорет – ҡарлыман тимер юлын төҙөүҙә ҡатнашты. Улар өс ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Үҙҙәренә белем алыр­ға тура килмәгәс, балаларын хәлдәренән килгәнсә уҡытыр­ға тырыштылар. Улары, шөкөр, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне, бөгөн барыһы ла ғаиләле. Үкенескә күрә, Апсатый Яҡуп улы вафат булып ҡалды. Нәфисә Шаһалова ҡайғы-хәсрәттән йыуанысты ейәндәрендә тапты. Бөгөн ул хаҡлы ялда. Килене үлеп ҡалыу сәбәпле, кесе улы, уның ике балаһы менән бергә донъя көтәләр.
Сания Ғүмәрова менән Нәфисә Шаһалова – ауылдаштар. Сания Байрамғәле ҡыҙы ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, ун саҡрымда ятҡан Инйәр мәктәбенә йөрөп уҡый башлай. Әммә кейем, дәфтәр-китап, кәрәк-яраҡтар­ға ҡытлыҡ булыу сәбәпле, уҡыуын ташларға мәжбүр була. Ул урман хужалығында төрлө төҙөлөш эштәрендә эшләй. Тиҙҙән Миңнулла Ғүмәровҡа кейәүгә сыға, балалары донъя­ға килә. Ғаилә башлығы ағас ҡырҡыу эшендә булһа, хужабикә, Нәфисә Шаһалова кеүек үк, Белорет – ҡарлыман тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша. Ул 45 йыл буйы ҡәйнәһен үҙ әсәһеләй күреп тәрбиәләне. Сания Ғүмәрова хаҡлы ялға Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән хөрмәтләп оҙатылды, «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелде.
Һуңғы йылдарҙа уның ҡайғылары күбәйеп китте. Иң ҡәҙерле кешеләре бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Хәс­рәттәрҙең күбе-әҙе булмай, шулай ҙа улы Салауат менән тормош иптәшенең мәрхүм булыуы оло ҡатындың йөрәгенә тәрән яра һалды. Әле Сания Ғүмәрованы балалары, ейәндәре уратып алған. Улар ҡәҙерле кешеһен хөрмәтләп кенә тора.
Замандаштарым ғүмере буйы намыҫлы эшләп, яҡты киләсәк өсөн тир түкте. Уларҙың алдағы көндәре тыныс, ҡыуаныслы булһын.

Нурулла МИҺРАНОВ,
Белорет районының һәм ҡалаһының почетлы
гражданы
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға