«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Путевка кәрәкме? Аҡса түлә!



20.08.2011 Путевка кәрәкме? Аҡса түлә!

Интернетта, реклама гәзиттәрендә бер балалар баҡсаһындағы урынын икенсеһендәгегә алмаштырырға тәҡдим итеү тураһында иғландар йыш күренә. Тик ата-әсәләрҙең күбеһе был эш өсөн аҡса талап итә. Алдан уҡ шуны билдәләге килә: төрлө балалар баҡсаһындағы урындар менән алмашыу тыйылмай. Ике яҡ та риза икән, бер кем дә һеҙгә ҡаршы килмәйәсәк. Тик ниңә бының өсөн кемгәлер аҡса түләргә һуң? Һин дә үҙ урыныңды бирәһең бит! Эш шунда икән – мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеларының бөтәһе лә бер иш түгел. ҡайһылары яңы, береһендә бассейн бар, икенсеһендә тағы ла башҡа төрлө уңайлыҡтар ҡаралған. Шуға ла ҡулына һәйбәт балалар баҡсаһына путевка эләктергән ата-әсәләрҙең бәғзеләре аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Һәйбәт урын өсөн 8 мең һум һораусылар ҙа, 35 мең һум талап итеүселәр ҙә табыла.
Шул уҡ интернетта балалар баҡсаһына путевкаларҙың һатылыуы тураһында ла иғландар осрауы бер кемгә лә сер түгел. Улар әсәләргә балаһын бер ниндәй проблемаһыҙ баҡсаға урынлаштырырға вәғәҙә бирә. Ләкин бындай иғландарға күпселек халыҡтың ҡарашы ыңғай түгел, ялған путевка һаталар, тип һанайҙар.

Һандар ғына

Өфө балалар баҡсаларындағы 100 урынға 173 бала тура килә. Дәүләкәндә был күрһәткес – 188-гә, ә инде Благовещенда 165-кә етә.
2013 йылға тиклем Башҡортостанда 104 яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк, тип вәғәҙә итәләр. Шулай уҡ быға тиклем профилен үҙгәреп эшләй башлаған 38 балалар баҡсаһы биналары кире ҡайтарыласаҡ.
2013 йылға тиклем республика балалар баҡсаларында өр-яңы 24134 урын барлыҡҡа киләсәк.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға