«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » 2,5 миллион һумлыҡ наркотик юҡ ителде



16.08.2011 2,5 миллион һумлыҡ наркотик юҡ ителде

Башҡортостан наркополицияһы хеҙмәткәр­ҙәре бер аҙна эсендә «сауҙагәр»ҙәрҙән 15 кг наркотикты тартып алып юҡ иткән. Аҡсаға әйләндерһәң, был күләмдәге ағыу яҡынса 2,5 миллион һумға торошло.
«Мәк – 2011» махсус операцияһы ваҡытында Өфөлә марихуана һатыу менән шөғөлләнгән ойошҡан енәйәтсел төркөм дә ҡулға алынған. Тикшереү барышында енәйәтселәрҙең автомобилендә, гаражында ярты килограмға яҡын марихуана барлығы асыҡланған. Әле төркөм ағзалары хөкөм ҡарарын көтә.
Бәләбәйҙәге ошо уҡ операция барышында киндер баҫыуына тап булғандар. Кушнаренко районында ла «табыш»ҡа юлыҡҡандар. Оперативниктар 35 йәшлек шикле кешенең мунсаһында 1300 грамм мәк һаламы тапҡан. Шулай уҡ ошондай «эш» менән Борайҙа 59 йәшлек ир тотолған.
Һуңғы аҙнала ғына 32 енәйәт эше асылған. Наркополиция алһыҙ-ялһыҙ эшләй, шул уҡ ваҡытта наркодилерҙар ҙа тик ятмай. Наркополицияның «Ышаныс телефоны»на 49 шылтыратыу булып, ундағы мәғлүмәттең күбеһе раҫланған.

Наркотиктар әйләнешен контролләүсе федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға