«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Танылған рокер Торатауҙы яҡлау акцияһында ҡатнашасаҡ



30.07.2011 Танылған рокер Торатауҙы яҡлау акцияһында ҡатнашасаҡ

ҡурайсы Роберт Юлда­шев­ты рокерҙарҙың күбе­һе белә. Ул күп кенә музыкантты – Николай Нос­ковты, Гарик Сука­чевты ҡурайға ҡушылып йырлар­ға өйрәткән, бергәләп дискылар яҙҙырғандар. «Аквариум» төркөмө лидеры ла ҡурайға битараф түгеллеген күрһәткән – легендар Борис Гре­бенщиков (һүрәттә) Юлдашевтың изге Торатау итәгендә берлектәге концерт ҡуйыу тәҡдимен ҡабул иткән.
– Был тауҙа булғаным бар. Бик ғәжәйеп урын, – ти ҡурайсы үҙе. – Тау башына менеүе бик еңелдән түгел: тау үҙе быны теләмәһә, һин унда, күпме генә тырышлыҡ һалһаң да, менә алмаясаҡһың. Ул бит тере. Һәм беҙ, кешеләр, уны киләсәк быуын өсөн һаҡларға тейешбеҙ.
Юлдашевты ҙур сәнәғәт предприятиеларының йыш ҡына тауҙы һаҡланған тәбиғәт объекттары иҫәбенән сығарырға маташыуы борсой. Торатау тураһында белгәндән һуң, Борис Гребен­щиковтың фекере бер булды: «Изге тауға тейергә ярамай! Уны яҡлау акцияһына ҙур теләк менән ҡушылам».
Көҙ башына тәғәйенләнгән концертта Роберт Юлдашев үҙенең «ҡурайсы» ансамбле менән бергә ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, Юрий Шевчук та концерттан ситтә ҡалмаясаҡ.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға