«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ҠАРЫШЛАУЫҠТАР УРМАНДАРҘЫ БАҪЫП АЛДЫ



19.07.2011 ҠАРЫШЛАУЫҠТАР УРМАНДАРҘЫ БАҪЫП АЛДЫ

Баҫыуҙарҙы саранча йонсотһа, ағастарға лә рәхәт кенә үҫергә форсат юҡ − Әбйәлил райо­ны урмандарын ебәк күбәләге баҫып алған. ҡарышлауыҡтар үҙенең юлында осраған бөтә ағастарҙың япраҡтарын ашап бөтөрөп бара. Уларҙың артынан яланғас ботаҡтар һәм олондар ғына тороп ҡала.
Урындағы урман хужалығы вәкилдәре биргән мәғлүмәт буйынса, ебәк күбәләктәре 1661 гектар майҙанда «батшалыҡ» итә. Ә инде Асҡар ауылы эргәһендәге урмандар бөтөнләй юҡҡа сығыу хәленә еткән − япраҡлы ағастар улар­ҙан ныҡ зыян күргән. Бигерәк тә ҡайын ағастары. Был урманға яҡын ғына урында баҡсалары булған кешеләр әйтеүенсә, ҡарышлауыҡтарҙың япраҡтарҙы кимереп ашауы арҡаһында тирә-яҡта ҡыштырлаған тауыштар ишетелеп тора. Ә ҡайындар үҫкән аҡланды ике көн тирәһендә яланғас ҡалдырғандар.
Ебәк күбәләге былтыр за ағастарға һөжүм иткәйне. Тик ул ваҡытта бөжәктәр был тиклем шашманы. Белгестәр әйтеүенсә, ебәк күбәләге урмандарҙа һәр ваҡыт булған, әммә быға тиклем хәүеф тыуҙырмаған. Үткән йылғы ҡоролоҡ һәм эҫелек арҡаһында был ҡоротҡостар айырыуса күбәйгән һәм ошо арҡала бөгөн урмандарыбыҙға хәүеф янай. Етмәһә, быйыл ҡыш та ҡарлы булды, күбәләктәр артыҡ ауырлыҡ күрмәй генә ҡыш сыға алды.
ҡоротҡостарҙың шашып китеүен алдан күҙаллап, профилактика үткәрергә була ине, әлбиттә. Эш шунда − урмандар федераль мөлкәткә ҡарай һәм республика химик эшкәртеүгә уның аҡсаһын тотонорға тейеш түгел. Химик эшкәртеүҙе башлау өсөн конкурс комиссияһын үтергә тура килә. Ә тендерҙы Ырымбур компанияһы еңеп сыҡҡан. Уларға ике миллион һум аҡса тапшырылған, әммә нишләптер ырымбурҙар химик эшкәртеүгә ваҡытында тотонмаған. ҡағиҙә булараҡ, ебәк күбәләгенең шашыуына юл ҡуймаҫ өсөн химик эшкәртеүҙе 1 июндән башларға кәрәк, ә улар ай уртаһына тиклем һуҙылып йөрөгән.
Хәҙер ҡоротҡостарға ҡаршы химик эшкәртеү ойошторорға һуң инде. Күп тә үтмәй, ҡарышлауыҡтар күбәләккә әйләнә һәм яңы тоҡомона нигеҙ һаласаҡ. Тимәк, киләһе йылда ебәк күбәләгенең тағы ла күберәк майҙанды баҫып аласағы көн кеүек асыҡ. Шуға ла алдағы йылдарҙа ҡарышлауыҡтар бөтә ағастарҙы ла ашап бөтмәһен өсөн уларҙы самолет ярҙамында химик эшкәртеү үткәреп бөтөрөп була.
Ә инде яланғас ҡалған ҡайындарҙы утынға ҡырҡырға ғына ҡала.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға