«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Таксисты талағандар



25.06.2011 Таксисты талағандар

Бөгөн таксистарҙың тыныс күренгән эше ысын мәғәнәһендә иң хәүефлеләрҙең береһе һанала. Улар башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡарағанда талауға йышыраҡ дусар була. Шулай, Ишембай ҡалаһында йәш водителгә үҙ пассажирҙары һөжүм итә. Бәхеткә күрә, ул тере ҡала һәм полиция ярҙамында автомобилен ҡайтара. Ә енәйәтселәрҙе яза көтә.
Төнгө сменалар көтөлмәгән хәлдәрһеҙ үтмәй. Пассажирҙарҙы Салауат ҡалаһынан Ишембайға алып барыусы таксист йәштәрҙең ҡыласаҡ енәйәте тураһында уйлап та бирмәй. Әйткәндәй, улар араһында йәш ҡыҙ ҙа була.
ҡалаға уңышлы килеп еткәс, эскән егеттәр водителдән үҙҙәрен гараждар араһына алып барыуын һорай. Ошонда була ла инде көтөлмәгән хәл. Йәштәрҙең барыһы ла сигнал буйынса таксистҡа ташлана. ҡулдарын шаҡарып, автомобиль асҡысын тартып алалар, үҙен багажникка бикләп ҡуйыу менән янайҙар. Әммә һөжүм ҡорбаны енәйәтселәрҙән ысҡына һәм юлға йүгереп сыға. Бәхеткә күрә, патруль машинаһы осрай. Составында төнгө тәртипте һаҡлаусы Илдус Хәсәнов һәм Александр Пасхиндар булған Ишембай районы һәм ҡалаһы эске эштәр бүлегенең ведомствонан тыш һаҡ төркөмө ваҡиға урынына юллана. Чкалов урамындағы Спорт һарайы артында ҡалған енәйәтселәр патруль машинаһын күреү менән ҡасырға маташа, әммә полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡулға ала.
– Был ваҡиғаның аяныслы тамамланыуы ла мөмкин ине, – тип белдерәләр эске эштәр бүлегендә. – Ике йыл элек ошондай уҡ енәйәттә һалҡын ҡорал ҡулланылған булған. Әммә унда ла хеҙмәткәрҙәребеҙ хоҡуҡ боҙоусыларҙы ҡулға алған.

Ләйсән ХАЖИМОРАТОВА,
БР буйынса Эске эштәр министрлығы янындағы
ведомствонан тыш һаҡ идаралығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға