«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бер-беребеҙгә терәк булайыҡ



21.06.2011 Бер-беребеҙгә терәк булайыҡ

йәки Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн бергәләп эш алып барырға тейешбеҙ.
Беҙ – башҡорттар. Әммә бөгөнгө көндә беҙҙең башҡортлоҡто дәлилләүсе ниндәй сифаттарыбыҙ, ҡылған эштәребеҙ, ғөмүмән, ниндәй билдәләр ҡалған һуң? Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеше, көнкүреше менән бөгөнгө башҡорт халҡы араһында ниндәй уртаҡ һыҙаттар һәм айырмалыҡтар бар? Беҙ, милләттәштәр, бер-беребеҙгә ҡарап, башҡорт икәнебеҙҙе таныйбыҙмы? Үкенескә күрә, был һорауҙарға ыңғай яуап биреп булмай тиерлек. Ни өсөн? Сөнки күп осраҡта сит милләт вәкилдәре араһында үҙ-ара башҡортса аралашырға тартынабыҙ, балаларыбыҙға матур башҡорт исемдәре түгел, ә ҡолаҡҡа ятмаған ят исемдәр ҡушыуҙы хуп күрәбеҙ. Уларға кескәй саҡтан башҡорт рухлы булып үҫерлек тәрбиә бирә белмәйбеҙ, күңелендә әсә теленә, тыуған халҡына ҡарата һөйөү уятыу маҡсатында етерлек эшләмәйбеҙ...
Әлбиттә, барса халыҡты бер ҡалыпҡа һалып булмай. Аллаға шөкөр, арабыҙҙа ғәмле, сәмле, рухлы милләттәштәребеҙ ҙә байтаҡ. Үҙемдең дуҫтарым, таныштарым араһында үҙ-ара туған телдә генә аралашҡан рухлы тиңдәштәрем булыуын белеп, уларҙан өлгө алам, ғорурланыу тойғоһо кисерәм. Милли рух өҫтөнлөк иткән ғаиләләр булыуы күңелдә һөйөнөс тойғоһо уята.
Ә үҙҙәре башҡорт булып та, үҙ телендә һөйләшергә оялған манҡорттарға ҡарап, уларҙы йәлләп тә, асыуланып та ҡуяһың.
Донъяла үҙең булып ҡала белеү – оло мәртәбә. Үҙ ҡәүемеңде хөрмәт итһәң, ят ҡәүемгә булмаҫһың, тигән бик тапҡыр әйтем дә бар халҡыбыҙҙа.
Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн беҙ бергәләп эш алып барырға тейешбеҙ. Берҙәмлектә – көс. Бер-береңә терәк булып, юғарыға үрләргә ярҙам иткәндә генә киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ. «Түрә булғас, сабатаны түргә элгән»дә халҡыбыҙҙың үҫеше, донъя кимәленә күтәрелеүе икеле. Булыр илдең балалары бер-береһенә: «Батыр!» – ти, бөлөр илдең балалары бер-береһенә: «Бахыр!» – ти. Был әйтемдә оло мәғәнә ята. Сит милләттәргә ҡараһаң (татар, рус, грузин, үзбәктәр­ҙе генә алайыҡ), бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар, ярҙам итешәләр. Шуға күрә лә улар икенсе илдәрҙә лә күп, ныҡлы тамыр йәйгәндәр. Уларҙы ошо берҙәмлек тотоп тора ла инде. Сер түгел, беҙҙең башҡорт халҡының холҡондағы ҡырыҫлыҡ сифаты күп осраҡта берҙәм, татыу булырға ҡамасаулай. Илдәге проблемаларҙы хәл итер өсөн кеше үҫешергә тейеш. Уның үҫеше милләтенә йоғонто яһамай ҡалмай. Халҡыбыҙҙың үткәне данлы, ата-бабаларыбыҙҙың ойошоп көн итеүе беҙгә үрнәк. Әлеге көндә киләсәккә нигеҙ һалырлыҡ, халыҡты берләштерерлек мөмкинлектәребеҙ бар. Хеҙмәтенән өлгө алып, рухи ихтыяр тәрбиәләрлек шәхестәребеҙ ҙә етерлек, республикабыҙҙа башҡорт йәштәрен туплау маҡсаты менән төҙөлгән ойошмалар ҙа бихисап. Бары тик ғәмһеҙлектән ҡотолоп, эшкә тотонорға кәрәк.
Илебеҙҙә милләт мәсьәләһе үткән быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда күпкә ябайыраҡ. Ә ун йылдан һуң ниҙәр булыр? Беҙҙең дәүер йоғонтоһо менән ниндәйҙер алға китеш күҙәтелерме? Был һорауҙарға яуапты килер быуын алдында бирәсәкбеҙ һәм әле уларҙы эҙләйбеҙ. Киләсәк – беҙҙең ҡулда! Килер быуын алдында беҙ ҡылған эштәр йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаһын ине.

Айгизә УЛТЫРАҡОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға