«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡтар



31.05.2011 Ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡтар

Ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡтарИглин районының Урман ҡасабаһы, Тәкәй, Надеждин ауылдары халҡы ут һүндерелеү, хәүефһеҙлек тәьмин ителеү менән үҙ йорттарына ҡайтты, йорттары янып юҡҡа сыҡҡандар район үҙәгендәге интернаттарға урынлаштырылды. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса хөкүмәт комиссияһы ойошторолдо. Иглин райо­нында зыян күргән ғаиләләргә республика бюджетынан 5 миллион һум аҡса бүленәсәк. Ул Иглин районындағы социаль яҡлау бүлеге органдары аша түләнәсәк. Әле махсус комиссия, зыян күргән йорттарға йөрөп, акттар төҙөп, зыян күләмен билдәләй. Төҙөүселәр зыян күргән йорттарҙың ҡыйыҡ баштарын ябыу, тәҙрә өлгөләрен алмаштырыу менән мәшғүл. Халыҡ шартлау тулҡыны, янғындан ғына түгел, мародерҙарҙан да зыян күргән. Снаряд ярсыҡтары ямғыры аҫтында йорттарын тиҙ арала ҡалдырып киткән кешеләрҙең әйберен урлап йөрөүселәр ҙә булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре 30-лап бурҙы ҡулға алған. Йортһоҙ ҡалғандарға Иглин ҡасабаһында 12 шәхси, 16 фатирлы ике ҡатлы йорттар төҙөләсәк. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, полигонға яҡын урынлашҡан урында өс йыл бер нәмә лә төҙөргә ярамай. «Хәрби объект бөтөрөлөү менән 400 кеше эшһеҙ ҡаласаҡ. 2800 кеше йәшәгән ҡасаба өсөн 400 эш урынын юғалтыу – ҙур социаль проблема. Әле яңы эш урындары булдырыу юлдары эҙләнә», – ти Рөстәм Хәмитов.
Хәрби арсенал урынлашҡан урында ара-тирә снарядтар шартлап ала, ғәҙәттән тыш хәл урынында 861 кеше, 246 берәмек техника, бер янғын һүндереү поезы, биш робот техникаһы комплексы эшләй. Боепри­пастар ер аҫтында һаҡлан­ған, тигән имеш-мимештәр йөрөһә лә, Үҙәк хәрби округтың оператив төркөмөнән генерал-майор Сергей Хохтың әйтеүенсә, ҡорал ер өҫтөндә генә һаҡланған, ер аҫты складтары юҡ. Оборона минис­трлығы көҙгә тиклем хәрби ҡа­ласыҡтың инфраструктура­һын таҙартырға, часты икенсе урынға күсерергә ниәтләй.
Ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡтарҺуңғы мәғлүмәттәр буйынса, РФ Тәфтиш комитетының Өфө районы буйынса хәрби тәфтиш бүлеге 67684-се хәрби часы рядовойы Сергей Диняевҡа РФ Енәйәт кодексының 1-се бүлегенең 349-сы статьяһы буйынса (айырыуса ҡурҡыныс янаусы ҡорал һәм предметтар менән ҡулланыуҙа һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәмәү) енәйәт эше ҡуҙғатҡан. БР Урман хужалығы министрлығы хәрби часть урынлашҡан урман массивында был көндө янғын сығыуын дәлилләмәй. Тимәк, фажиғәгә килтергән сәбәптәр – кеше факторы.

Башҡортостан Президенты, Иглин районының Урман ҡасабаһын ҡарап сыҡҡас, кисекмәҫтән тегеҙеү эштәрен башларға бойорҙо. Ул тәүге сиратта ауыл советы бинаһын тергеҙеү менән урындағы властың тулы ҡеүәттә эшләй башлауын талап итте. Фажиғә булған урын әле һуғыш булып үткән урын­дар­ҙы хәтерләтә. Баҡсаларында шартламай ҡалған снарядтар табыуын да хәбәр итә граждандар. Дөйөм алғанда, ҡасабанан 1100 снаряд йыйып алынған, ул карьерҙа шартлатыласаҡ. Янғындан зыян күргәндәр тәүге кәрәк-яраҡтарҙы алыу өсөн тәғәйенләнгән 5 мең һум матди ярҙамды ала башлаған.
З. ЙӘҺҮҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға