«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Шайтан ҡуласаһы



28.05.2011 Шайтан ҡуласаһы

Барыһы ла көтмәгәндә килеп сыға. Ағалы-ҡустылы Агеевтар (Петропавловск-Камчатск өлкәһе), ғәҙәттәгесә, фермала малдар араһында ҡайнаша. Туғандарҙың береһе, малдарға күҙ һалырға теләп, һарайға инә. Инеп китеүе лә була, унан ҡот осҡос тауыш ишетелә. Ағаһы тиҙ генә ҡустыһы янына һарайға инә. Һәм ни күрһен, һыйыр­ҙар, һарыҡтар көҙән йыйырған кеүек тартышып бәргеләнә, стенанан стенаға һикерә. Морондарынан фонтан булып ҡан бәрә. Аңын юғалт­ҡан ҡустыһын ағаһы тышҡа алып сыға. Һуңынан үҙе лә аңын юғалта.
Һушына килгәндә, бөтәһе лә тыныс­ланған, һыйыр-һарыҡтар үлгән була, ҡустыһы һаман да иҫенә килмәй. Бәхетһеҙлек булған урынды милиция, табиптар килеп тикшерә. Әммә был хәлгә бер ниндәй ҙә аңлатма бирә алмайҙар. «Ғәйеплене эҙләп маташмағыҙ. Һарай аномаль зонала урынлашҡан. Барыһы ла шуның һөҙөмтәһе», – ти вулканолог. Баҡтиһәң, норманан тайпылған күренештәр, зоналар планетала күп икән. Кешеләр, хайуандар ошо зонаға килеп юлыҡһа, ниндәйҙер сәйер, көслө энергия тәьҫиренә эләгә. Приборҙар шуны күрһәтә: бында геофизик ҡырҙар боҙола, хатта ваҡыт йөрөшө лә үҙгәрә. Әлеге сәйер урындарға хас билдә – уларҙа үҙәктәш түңәрәктәр барлыҡҡа килеүендә. Англияның әле бер, әле икенсе төбәгендә ғәжәйеп ҙур түңәрәктәр – таш спиралдәр осрай. Халыҡ телендә уларҙы «шайтан ҡуласаһы» тип йөрөтәләр. Рус ғалимы Д. Азаров иһә: «Есемдәрҙең үҙ-ара тартылыуы арҡаһында, таштар үҙҙәренән-үҙҙәре бер спиралгә йыйыла», – ти. Йомро шыма таштар менән бергә, ғәжәйеп ҙур валундар ҙа бергә хәрәкәт итә. Иң аптыратҡаны – таштар тәгәрәмәй, ә ниндәйҙер бер күҙгә күренмәгән санала барған һымаҡ шыуа.
«Санта-Крус (АҡШ-тың Калифор­ния штаты) ҡалаһында була ҡалһаң, Джордж Прейзер аласығына инмәй китмә, унда хикмәт, унда мөғжизә», – ти сәйәхәтселәр. Туристарҙың иң яратҡан сәйәхәт урыны икән ул. Зонаға килеп инеүгә, аяҡ аҫтына һалынған бетон балкаға иғтибар итәһең. Уның бер башы – аномаль урынға, икенсеһе тыныс ергә урынлаштырылған. Балка тип-тигеҙ, горизонталь хәлдә ята. Ләкин ике башына тигеҙ буйлы ике кеше баҫһа, зонаға эләккәне бик күпкә бәләкәй булып күренәсәк. Аласыҡ эсенә ингәндә, ниндәйҙер баҫым аҫтында, кеше үҙенең тигеҙлеген юғалта. Шуға күрә эскә үткән һайын эйелергә тейеш булаһың. Бында компас та хәйләләшә – ерҙән бер метр бейеклектә теүәл, дөрөҫ күр­һәт­һә, ергә яҡынайған һайын уҡтар 180 градусҡа ауыша. Ауыш ерҙә тимер шар тәгәрәтеп ҡарайҙар. Ул ауыш яҡҡа тәгәрәп килә лә, йүнәлешен кире үҙгәртә. Башҡа есемдәр менән дә шул уҡ хәл ҡабатлана – тартыу көсөнә буйһонмайынса, тиҫкәрегә хәрәкәт итәләр.
Аномаль зонала һәр нәмә спираль буйынса бөгәрләнә, хатта ағас­тар ҙа шулай үҫә.
«Был күренештәргә бер яҡлы ғына яуап биреп булмай, – ти геология-минералогия фәндәре кандидаты И. Ясницкий. – Ер – ҡатмарлы система. Кеше ышанмаҫлыҡ мөғжизәләр­ҙең сәбәбе – ер аҫтында ойошҡан системаға хас процестар барыуында. Эстән бәреп сыҡҡан энергия нурҙары аномалия өҫтөндә барлыҡ геофизик ҡырҙарҙы уята. Бындай нурҙар һәр ваҡыт көн торошон да үҙгәртеп ебәрә. Шулар йоғонтоһонда әленән-әле авариялар булып тора, ҡатмарлы приборҙар юҡҡа сыға. ҡайһы бер һәләкәттәрҙе күҙҙән кисергәндән һуң шундай фекергә киләһең: тәбиғәттең ҡөҙрәте сикһеҙ икән».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға