«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәшәргә лә йәшәргә – янып, ярһып, балҡып!



01.10.2019 Йәшәргә лә йәшәргә – янып, ярһып, балҡып!

Учалы районы Уральск ҡасабаһында йәшәүсе Сәрүәрә Халидар ҡыҙы Ғариповаға, һеҙгә Ололар көнө айҡанлы яҙырға барам, тип әйтергә тел әйләнмәне. Уға, һөйкөмлө, йәш сырайлы, яҡты йөҙлө һылыу ҡатынға, ҡарап, ниндәй ололар тураһында һүҙ алып барырға мөмкин?! Йәштәр көнө уңайынан ғына яҙырға була бит йәштәрсә дәртле, еңел баҫып йөрөгән, әүҙем тормош алып барған, ололоҡто үҙенә яҡын да ебәрмәгән Сәрүәрә апай хаҡында. Әллә яңылышаммы икән, бәлки, ул йәштер, тип аптырағандың көнөнән ҡат-ҡат һорайым:
– Һеҙ ысынлап та пенсионермы?
Сәрүәрә апай ихлас көлә:
– Эйе, Аллаға шөкөр, ирем менән икебеҙҙең дә хаҡлы ялға сыҡҡанға инде ун йыл.


Хаҡлы ялда булыуына ҡара­маҫтан, Октябрьск ҡасаба­һында фельдшер булып эшләп йөрөгән Сәрүәрә Ғарипова Ташҡыя ауылында Сәлимә менән Халидар Йәһүҙин­дарҙың ғаиләһендә баш бала булып тыуған. Халидар ҙа, Сәлимә лә сығыштары менән Йәндек ауылынан. Халидарҙың оҫта гармунсы, скрипкасы даны тирә-яҡҡа киң таралған булған, өйҙәрендә йыр-моң һис ҡасан өҙөлмәгән. Әлбиттә, Сәрүәрә лә бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ үҫә. Тик мәктәпте тамамлағас тормошон мәҙәниәт өлкәһе менән бәйләргә ынтылмай, документтарын медицина учи­лищеһына тапшыра. Әсә кеше, их, уҡытыусы һөнәрен һайла­һаңсы, тип ҡыҙының был һайлауына ризаһыҙлыҡ белдерә.

– Мине 17 йәштән мәктәпкә уҡытыусы итеп эшкә алғайнылар, – тип һөйләй Сәрүәрә апай, – тик уҡытыусылыҡҡа бер ҙә күңелем ятманы, медицинаға тартылдым. Әсәйем мине уҡытыусы итеп күрһә лә, фельдшерлыҡҡа уҡыным. Һуңынан инәйемдең ҡыуаныуы! Ҡалай ғына һәйбәт һөнәр һайлағанһың, тип һө­йөнөп бөтә алманы. Ҡәҙерле кешеләремдең икеһе лә яман шеш ауырыуынан йәшләй генә китеп барҙы. Атайым – 56, инәйем 53 йәшендә. Икеһе лә риза килеш, йәшәребеҙҙе йә­шәнек, иллене үттек, тип донъя менән хушлашты. Улар өсөн илле йәшкә етеү ҙә ҡыуаныс булды. Атайым бит фронтовик ине. Тыуған илде һаҡларға фронтҡа барыр өсөн ун ете йәшендә үҙенә бер йыл өҫтәтеп яҙҙырып, ут эсенә ингән. 1943 йылда өйҙән сығып киткән егет 1953 йылда ғына ауылына кире әйләнеп ҡайтҡан. Бер йылдан әсәйем менән өйләнешеп, 1954 йылдың ноябрендә яҡты донъяға ауаз һалғанмын. Тик атайым мине, 1955 йылдың 1 ғинуарында тыуҙы, тип яҙҙырған, йәнәһе лә, бер ай арҡаһында өлкәндәр менән йөрөп ятмаһын. Минән һуң Данияр ҡустым менән Әлфиә һеңлем тыуған. Шөкөр, өсөбөҙ ҙә пенсиялабыҙ. Әлдә Данияр ҡустым, инәйемдең хыялын тор­мошҡа ашырып, педагог һөнәрен һайланы, ғүмер буйы Уральск мәктәбендә рә­сем һәм технология дәрес­тәренән балаларға белем бирҙе. Минең иһә медицина өлкәһендә эш­ләүемә 43 йыл.

Фельдшер булып эшләгән Сәрүәрә Халидар ҡыҙы – “Йәй­ғор” фольклор ансамбле етәк­сеһе лә. 2016 йылда “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивалендә беренсе урын алған, "Байыҡ" телевизион конкурсында гран-при яулаған, 2017 йылда БР Мәҙәниәт ми­нистрлығы һәм Башҡорт халыҡ ижады үҙәге ойошторған “Аш­ҡаҙар таңдары” башҡорт фольклоры фестивалендә “Иң яҡшы инструменталь баш­ҡарыусы” номинацияһында махсус призға лайыҡ булған “Йәйғор” быйыл да, “Байыҡ”та сағыу сығыш яһап, финалға үтте.

– “Йәйғор” электән булған ул, тик кеше йөрөмәй башлағас, тарҡалышып бөткәндәр тиерлек, – ти Сәрүәрә апай. – Шуға ла Фәриҙә Ҡәләмова, әйҙә, төр­көмдө терелтәйек, тигәс, 2004 йылда бергәләп ең һыҙғанып, төркөмгә йән өрөргә тотондоҡ. Уральскиҙа халыҡ дәртле, талантлы бит ул. Бында балалар баҡсаһынан башлап балаларҙы йыр-моңға, ҡурай-баянда уй­нарға, бейергә өйрәтәләр. “Йәй­ғор”ға бе­реһенән-береһе һәләт­лерәк 16 ҡатын-ҡыҙ йөрөй, уларҙың ун бере – данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ бейеү ан­самбленең ветераны. Үҙебеҙҙең сафтарға ир-егеттәрҙе лә ылыҡтырырға ниәт бар, килеп сыҡһа инде әгәр. Шулайтып “Йәйғор”ҙо балҡытып, күңелдәге осҡондо һүндермәй йөрөп ятабыҙ.
Сәрүәрә апайҙың ире Салауат Нуретдин улы ла сәнғәткә мөкиббән киткән кешеләрҙең береһе. Заманында Фәйзи Ғәс­кәровтың ҡулы аҫтында бейеү серҙәренә төшөнгән тракторсы бөгөн дә сәхнәгә сыҡһа, тамашасы күңелен бер күреүҙә яулай ҙа ҡуя – ундағы колорит, тартыу көсө, энергия хәтәр!

– Фәйзи Ғәскәров ансамблгә кешеләр йыйғанда, мин дә бейеп ҡарағайным да, оҡшатманы шикелле, йырларһың, тип йырлатып ҡуйҙы, – тип көлә Сәрүәрә апай. – “Ләйсән”дәр бейегәндә, мин концерттарында йырлап йө­рөнөм. Салауат бик шәп гармунсы ла бит, шул гармун телдәренән бармаҡтарын йүгер­теп уйнағанына иҫем киттеме икән, әллә баһадирҙай буй-һыны оҡшанымы, хәҙер аныҡ ҡына әйтеп тә булмай.
Салауат ағайҙың бейеүе лә һылыу Сәрүәрәне битараф ҡалдырмағандыр. Йәне-тәне менән бирелеп бейей башлаһа, ысын бейеүсенең ниндәй бу­лырға тейешлеген аңлайһың, бейеү сәнғәтенең юғарылығын бөтөн тулылығында тояһың.

– Беҙгә Фәйзи ағай юғары планка ҡуйып, нисек бейергә кәрәклеген өйрәтте, шул бейеклекте юғалтмаҫҡа тырыштыҡ, – Салауат ағай ҙа, Сәрүәрә апай кеүек үк, һөйләшкәндә бейеү хәрәкәттәре яһағандай. – “Ләйсән”дең “халыҡ” исемен яҡларға барғанды бер ҙә онотмайым. Миҙхәт Алсынбаев, Ринат Жамалов, Рәис Низаметдинов, Закир Ғарипов, Марат Ғаб­дуллин, Ғәлимжан Хилажев, Дим Сәғитуллин, Вәис Солтанов, Әғләм Ғабдрахманов, Айбулат Әһлиев менән бергә барып, дүрт бейеү менән сығыш яһап, геү килеп йөрөп ҡайттыҡ. Сәнғәткә булған һөйөү уты бер ҡабынһа, һис ҡасан һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә икән. Әле бына Сәрүәрәгә 65 йәш, миңә – 70, ләкин ҡартлыҡҡа бирешергә иҫәп юҡ.

– Тик ятһаң, мүкләнәһең бит ул, – тип йөпләй ирен хәләл ефете. – Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Маңлайҙарға һырҙар ҡунһа ла, күңел һәр саҡ йәш ҡала – быныһы ла хаҡ.

Ошо дәрт, көс, илһам менән тағы тиҫтәләрсә йыл гөрләп, янып, ярһып йәшәһен гүзәл, талантлы кешеләр. Ғарипов­тарҙыҡы ишеләй бүлешерлек күңел байлығың булғанда, булмышың башҡаларға өлгө-маяҡтай яҡтыртҡанда, башҡаса йәшәү мөмкин дә түгел.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға