«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)



30.09.2019 Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәр саҡ һаҡ булыуығыҙ хата яһамаҫҡа ярҙам итеп торор. Аҙна яңы эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Ижад ме­нән шөғөлләнгәндәр бигерәк тә уңырға тейеш. Был арала кәрәкмәгән, ҡамасаулап торған нәмәләрҙән ҡотолорға кәңәш ителә.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна һыуғоярҙар өсөн уңышлы көтөлә. Шулай ҙа йондоҙҙар яңы таныштар менән һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртә. Күтәренке кәйефегеҙ ауыр мәсьәләләрҙе еңел хәл итергә ярҙам итәсәк. Сығымдарығыҙ күбәйеп китеүе лә ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡайһы бер яңылыҡтар бер аҙ борсоп та алыр. Бәғзеләр алдан ҡорған уй-маҡсаттарын үҙгәртергә мәжбүр булыр. Төп эшегеҙҙә кемдеңдер һеҙҙең турала төрлө уйҙырма таратыуы ла мөмкин. Көткән аҡса һаман килмәй һымаҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Осор аралашыу өсөн уңайлы. Күптәнге дуҫтарығыҙ менән күрешерһегеҙ. Аҡыллы кәңәш ишетерһегеҙ, үҙегеҙ ҙә кемгәлер ярҙам итерһегеҙ. Ғөмүмән, был арала ҙур уңыштар булмаҫ та кеүек, ләкин юғалтыуҙар һәм борсолоуҙар ҙа һеҙҙе урап үтер.

Буға (21.04 – 21.05)

Ҡайһы бер ваҡиға һеҙ уйлағанса бармаҫ та һымаҡ. Ҡыйынлыҡтар ҙа күбәйер. Шулай ҙа был хәл үҙ көсөгөҙгә булған ышанысты һис тә ҡаҡшата алмаҫ. Аҙна барышында кеше араһында күп булырға тура килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һаҡлыҡ тураһында бер үк онотмағыҙ. Бер генә яңылыш ысҡынған һүҙ арҡаһында мөнәсәбәттәргә зыян килеүе ихтимал. Был бигерәк тә оло йәштәге туғандарығыҙға ҡағыла. Ғөмүмән, аҙна барышында төрлө кире хәл күбәйер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төрлө мәшәҡәт йыш осрап торор. Бәғзеләрен еңел генә хәл итә алырһығыҙ, икенселәрен киләһе аҙнаға ҡалдырырһығыҙ. Шаршамбы бик өмөтлө булырға оҡшай. Башҡалар булдыра алмағанды еңел башҡарырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна ҡәҙимгесә килер. Әүҙем кешеләрҙе бик өмөтлө шишәмбе һәм шаршамбы көтә. Ялҡауыраҡтар, төрлө сәбәпкә һылтанып, әллә ни ырата алмаҫ. Аҡса етмәүе йыш ҡына эсегеҙҙе бошорор.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Был арала яҡшы белгән эш менән генә шөғөлләнергә тырышығыҙ. Таныш булмағанына тотонһағыҙ, мотлаҡ уңышлыҡҡа осрарһығыҙ. Кесе йома ла һәйбәт көтөлә, үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла ҡыуандыра алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаны әүҙем генә башлап ебәрерһегеҙ. Ләкин бәғзеләргә был оҡшап етмәҫ. Быға иғтибар бирмәҫкә тырышығыҙ һәм һәр саҡ үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ. Шаршамбылағы ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын еңел табырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шишәмбегә бер ниндәй ҙә осрашыу тәғәйенләмәгеҙ. Унан әллә ни файҙа булмаҫ. Кесе йомала яҡындарығыҙҙан кемдер элекке үпкәһен белдерер. Уны тынысландырырға хәлегеҙ етергә тейеш.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна һис тә тыныс үтергә оҡшамай. Бәғзеләр булған мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн борсолор. Икенселәр яңы мөнәсәбәттәр ҡороу тураһында уйланыр. Төп эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы булыр. Ниндәйҙер өр-яңы эште уңышлы үтәрһегеҙ.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға