«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » "Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ



28.09.2019 "Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Бөгөн “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы, “Теге өсәү” телепроектының “берәүһе” Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ гәзит уҡыусыларға үҙенсәлекле ризыҡтар әҙерләргә өйрәтә.

Аспиринлы ассорти
Уны әҙерләргә баҡсалағы бөтә йәшелсә бара. Ҡыяр, томат, ташҡабаҡ, борос, кишер, кәбеҫтә, дүңгәләкләп туралған һуған һәм бер нисә бүлкәт һарымһаҡты йыуып, стерилләнгән өс литрлы 3 банкаға тығыҙ итеп тултырырға. Араһына әнис, ҡарағат һәм сейә япраҡтары, борсаҡлы ҡара борос һалырға кәрәк. Тулғансы ҡайнар һыу ҡойорға, 18 балғалаҡ шәкәр, 9 ҡалаҡ тоҙ өҫтәргә. 5 минуттан һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойоп, ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас, 3 балғалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе өҫтәргә. Әҙер маринадты кире банкаларға ҡойорға ла, берәр төймә аспирин өҫтәп, стерилләнгән ҡапҡас менән ябырға. Банкалар ҡыш буйы ултырһа ла атылмаясаҡ, маринад – үтә күренмәле, ә йәшелсәләр кетерләп кенә торасаҡ.

Әскелтем “Шарлотка”

Көслө ел, ямғыр ваҡытында бешеп өлгөрмәгән алмалар ҡойола. Ашауға әсе. Ауылда уны малға ашатырға, ә ҡалала шарлотка әҙерләргә була.
Алманы йыуып (кәрәк икән, әрсеп), йоҡа итеп турап әҙерләргә. Ҡамыр өсөн бер стакан шәкәр, бер стакан он, 5 – 6 йомортҡа алына. Йомортҡаны тәрән һауытҡа һытып, шәкәрҙе һалып, ул иреп бөткәнсе миксер менән туҡырға. Аҙаҡ яйлап ҡына он өҫтәп, төйөрҙәр ҡалмаҫлыҡ ҡамыр массаһына килтерергә. Майланған мультиварка һауытына ҡамырҙың яртыһын ҡойоп, өҫтөнә алманы һалырға. Ҡалған ҡамырҙы ҡойоп, өҫтөн тигеҙләргә. Махсус программа буйынса 70 минут бешә.
Табынға шарлотканың өҫтөн биҙәп бирергә мөмкин.

Бәшмәк ашы

Баҡсала йә тәбиғәттә бешерелә. Урманда ашарға яраҡлы ниндәй бәшмәк та­баһығыҙ, шуларҙы йыуып, ҡа­ҙанға оҙатаһығыҙ. Һалҡын һыу ҡойоп, утҡа ҡуяһығыҙ. Һуған, кишер, һарымһаҡ, таш­ҡа­баҡ­ты турап, майҙа ҡыҙ­ҙырырға. Бәшмәк ҡайнап сығып, 15 минут үткәс, туралған картуф һалырға. Ул бешеүгә ҡыҙҙы­рылған йәшелсәләрҙе өҫтәр­гә. Бешеп еткәс, ашҡа торонбаш тығып алырға кәрәк. Төтөн еҫе һеңгән, үҙен­сәлекле ҡуйы аш буласаҡ.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға