«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Армия тормош мәктәбе булып ҡаламы?



22.02.2011 Армия тормош мәктәбе булып ҡаламы?

Армия тормош мәктәбе булып ҡаламы?23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Байрам уңайынан илебеҙ һағында тороусы ир-егеттәргә ҡарата иғтибар, ихтирам бигерәк тә арта. Сөнки заман үҙгәрә торор, ә армия йәмғиәтебеҙҙең айырғыһыҙ өлөшө булып, ә һауалағы зәңгәрлекте, еребеҙҙәге тыныслыҡты һаҡлаусылар, тыуған тупрағы өсөн ҡорбан булғандар хаҡындағы иҫтәлек мәңге йөрәктәребеҙҙә уйылып ҡалыр.
Хәрби хеҙмәт бөгөнгө көндә яуаплылыҡ, мотлаҡ күренеш кеүек хис-тойғолар, уйҙар тыуҙырамы 18 йәшен тултырған егеттә? Ә Екатерина II, Петр I батшалар заманында хәрби хеҙмәт бурыс ҡына түгел, ә иң төп шөғөл дә булған, ул заманда ир-ат 25 йыл буйы Рәсәйҙең сиктәрен һаҡлаған. Ошо йылдар – шәхес булып формалашыу өсөн бик ҙур ваҡыт. Шуға ла мин «Армия тормош мәктәбе булып ҡаламы?» тигән һорауҙы төрлө ҡатлам кешеләренә, егеттәргә бирҙем.
Ильмир, 25 йәш, хеҙмәт иткән:
– Башта әрмегә барырға ныҡлы теләк тә булманы. Ләкин хеҙмәт итә башлағас, аңланым: бында ҡурҡыныс һәм ауыр бер ни ҙә юҡ. Әлбиттә, ғаиләмдәге тәрбиә шундай ҡарашҡа килтерҙе. Сөнки әрме тормошона бер ни тиклем әҙер инем. Спорт менән мауыҡҡан малайҙарға, һис шикһеҙ, еңел дә була, тағы ла үҫешергә бында ҙур мөмкинлектәр, форсат бар.
Радик, 21 йәш, хеҙмәт итмәгән:
– Армия – тормош мәктәбе? Белмәйем, унда булманым әле. Ләкин ошондай ҡа­раш­тамын: кеше өсөн был ҙур һынау. Йәғни яңы кешеләр, яңы закондар, ҡағиҙәләр. Әгәр, бер нәмәгә ҡарамай, уларҙы лайыҡлы үтһәң, тормошоң, бар ғүмерең еңелерәк буласаҡ. Әлбиттә, бөгөн армия – ҡайҙалыр мәктәп, ә ҡайҙалыр балалар баҡсаһына тиң.
Әнис, 36 йәш, хеҙмәттә булған:
– Минеңсә, бер йылыңды әрәм итеү түгел ул. Ә бит күп йәштәр әле шундай уйҙа. Алкоголь, тәмәке, тағы әллә ниндәй насар ғәҙәттәргә, урам буйлап йөрөүгә ҡарағанда, армия кешене тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә киләсәккә маҡсат ҡуйырға ла өйрәтә.
Әрме хеҙмәтенең кире яҡтары тип, әлбиттә, үлемесле ваҡиғаларҙы, инвалид булып ҡалған йәш егеттәрҙе телгә алырға кәрәк. Ата-әсәләрҙең иң ҡурҡҡаны армияның ошондай һөҙөмтәләргә килтереүе лә инде. Ә ҡайһы бер йәш быуын вәкилдәре, күреүебеҙсә, бер йылын елгә осорам тип, хеҙмәт итеүгә ҡаршы. «Армия – хәрби билет менән ғүмерҙең ун ике айын юйып ташлау» кеүек һүҙҙәр ҙә яңғыраны.
Шуға ҡарамаҫтан, армия тормош мәктәбе булараҡ, йәштәрҙә рух, көс, патриотик тойғолар, йыйып әйткәндә, ысын ир-егет сифаттары тәрбиәләй, тигән ҡараштар ҙа бар. Тыуған ил алдындағы бурысыңды үтәү генә түгел, ә быуаттар, йылдар буйы Ватаныбыҙҙы һаҡлап килгән атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ алдындағы оло бурыс та.
Алһыу СӨЛӘЙМӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға