«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яҡташ һалдаттар онотолмай



22.02.2011 Яҡташ һалдаттар онотолмай

Кисә республикала «Башҡортостан йәштәре – яҡташ хәрбиҙәргә» тигән акция башланды. Ул 30 апрелгәсә дауам итәсәк һәм үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Акция барышында йыйылған аҡса, посылка һәм бүләктәр Башҡортостандан сыҡҡан хәрбиҙәргә, Рәсәй ҡораллы Көстәрендә әрме хеҙмәтен үтәүсе егеттәргә ебәреләсәк.
2002 йылдан сарала республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса органдары, ветерандар комитеттары, мәктәптәр, предприятиелар, йәштәр йәмәғәт ойошмалары әүҙем ҡатнаша. Былтыр акцияның ойоштороу комитеты ҡарары менән йыйылған аҡса йәйге тәбиғәт ҡазаларында зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығына күсерелгән.
Акция тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына (адресы: Ленин урамы, 10, 23-сө бүлмә) 8 (347) 276-45-87 телефоны буйынса шыл­тыратыр­ға мөмкин.

Ләйсән СӘЛИМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға