«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ



17.03.2023 Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

Март айында ҡар аҫтынан ҡарағат ҡыуаҡтары күренә башлау менән эҫе һыу һибегеҙ. Былай эшләгәндә, унда булған ҡарағат бөрөһө көйәһе юҡҡа сыға. Уңышы ла яҡшы буласаҡ. Ҡыуаҡлыҡта бөрөләр булғанда әлеге процедураны эшләргә ярамай. Ағас ҡоротҡостары ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙыра башлау менән ҡышҡы йоҡоһонан уяна, йомортҡа һала башлай. Япраҡтар дөрөҫ формала түгел, мөсһөҙ генә икән, тимәк, ҡарағат сирләгән. Ул яҡшылап үҫә лә алмаясаҡ.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға