«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эсһәң буҙа, ауырыу урап уҙа



17.11.2018 Эсһәң буҙа, ауырыу урап уҙа

Эсһәң буҙа, ауырыу урап уҙа
Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Cалауат районының Тирмән ауылында йәшәүсе Фәнүзә Латиповаға уны яһау сере бала саҡтан таныш. Өләсәһенең буҙа эшләгәнен бәләкәйҙән күреп үҫкән Фәнүзә Ғабдулла ҡыҙы бөгөн дә боронғо рецепты ҡулланып, шифалы эсемлекте әҙерләй.

Боронғо рецепт буйынса буҙаға һөт ҡушылмай, ул арыш ононан яһала. Витамин һәм минералдарға бай ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Фәнүзә апай оҙаҡ йылдар Тирмән мәктәбендә эшләй. Ул рус теленән уҡыта, директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, ете йыл директор ҙа була. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау грамотаһына, «Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы» (отличник) тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Бөгөн дә ул – ауылда әүҙемлеген юғалтмаған хөрмәтле ағинәй. Тирмәндә ағинәйҙәр ҡоро булдырылғас, Фәнүзә Ғабдулла ҡыҙы был ҡорға ҙур теләк менән ҡушыла. Унда йөрөүсе апайҙар төрлө сара уҙғара, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашып, бәйләм, бешеренеү серҙәрен өйрәнә.
Фәнүзә апай кеүек ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан әүҙем тормош алып барған, йәштәргә өлгө күрһәткән, боронғо кәсепте һаҡлаған хөрмәтле ағинәй­ҙәр һоҡланыу тойғоһон уята.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА,







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға