«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (12 – 18 ноябрь)



12.11.2018 Йондоҙнамә (12 – 18 ноябрь)

Йондоҙнамә (12 – 18 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт аҙна, үҙ көсөгөҙгә ышаныс тойһағыҙ ҙа, яңы эштәргә тотоноуҙан тыйылығыҙ. Уларҙы башҡарыу өсөн аҙаҡ мөмкинлектәрегеҙ тарайыр кеүек. Шаршамбыла икеләнгән саҡта эске тауышығыҙ юл күрһәтер. Ҡапыл пәйҙә булған элекке танышығыҙ менән уяу булығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала эштәгеләр менән ваҡытлыса арағыҙ боҙолоуы ихтимал. Ниндәйҙер тамамланмаған эш менән дә булышырға тура килер, бәлки. Аҙнаның икенсе яртыһы күпкә уңышлыраҡ үтер. Йомала уйламаған яҡтан яҡшы хәбәр килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында күптәнге бурыстарығыҙҙы ҡайтарыу менән мәшғүл булырһығыҙ. Һәр саҡ уяулыҡ күрһәтергә кәрәк булыр. Юғиһә шундуҡ матди мәсьәләләрҙең ҡалҡып сығыуы бар. Бәғзеләрҙең кесе йомала ниндәйҙер дәғүәгә инеүе мөмкин.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килергә оҡшай. Шишәмбелә һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерерһегеҙ. Һуңғы ваҡытта күрһәткән тырышлығығыҙ тейешле баһаланыр. Кесе йомала ниндәйҙер мөһим мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ. Йомала аҡса килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Шишәмбелә тәү ҡарамаҡҡа өмөтлө тәҡдим яһарҙар. Алданып ҡуймағыҙ, уның буш хәбәр булыуы ла бар. Был арала күптән борсоған һорауға асыҡ яуап алыуығыҙ ихтимал. Осор һаулығығыҙҙы нығытыу өсөн уңайлы.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә. Кешеләрҙе тыңлап, яңылыш юлдан китеүҙән һаҡланығыҙ. Шишәмбелә ишеткән тәҡдимдәргә ризалашырға ашыҡмағыҙ. Йомалағы ваҡиғалар мотлаҡ күңелегеҙҙе күтәрер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осорҙо күтәренке кәйеф менән башлап ебәрерһегеҙ. Аралашыу һәйбәт барыр. Төп эшегеҙҙә күмәкләп ниндәйҙер ҙур эште уңышлы тамамларһығыҙ. Кемдер үҙ йомошон һеҙгә йөкмәтергә маташыр. Быға юл ҡуймағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Уңышлы осор. Шаршамбыла әүҙемлегегеҙ арҡаһында ниндәйҙер һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ кеүек. Был арала ижади һәләтегеҙ ҙә көсәйеп китер. Аҙна аҙағындараҡ кеше аҡсаһы менән эш итергә тура килер. Бынан бер аҙ файҙа ла күрерһегеҙ һымаҡ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт көндәр. Яҡшы таныш эштәр, һәр саҡтағыса, һәйбәт барыр. Шишәмбелә генә икеле хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Уларҙы еңел генә урап үтерһегеҙ. Кесе йомала ололар һәм етәкселәрҙең һүҙҙәренә ҡарата иғтибарлы булығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Матди яҡтан осор бигүк уңышлы көтөлмәй. Йыш ҡына аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Шулай ҙа хәлдәр һеҙҙе әүҙемлеккә, мәсьәләләрҙе асыҡлауға этәрер. Был аралағы үҙгәрештәр файҙа бирмәҫ, уларҙы кисектереүегеҙ дөрөҫ булыр. Иң һәйбәт көнөгөҙ – йома.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна буйы көсөргәнешле эшләргә тура килер. Ниндәйҙер өҫтәмә йөкләмә биреүҙәре лә бар. Ял итергә ваҡытығыҙ ҙа булмаҫ. Элек башҡар­ған эш өсөн етәкселәрҙән шелтә һүҙҙәре ишетеүегеҙ ихтимал. Бер аҙ түҙергә тура килер, кесе йоманан һуң хәлегеҙ һәйбәтләнергә тейеш.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Киләсәккә ҡайһы бер алыҫ маҡсаттарығыҙҙы бер аҙ билдәләй алырһығыҙ. Әгәр был арала эш урынын алмаштырырға баҙнат итһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Яңы урында элек алған тәжрибәгеҙҙе файҙаланһағыҙ, эшләүе ауыр булмаҫ. Ғөмүмән, бөтә үҙгәреш һеҙҙең файҙаға тамамланыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға