«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ял итергә барһағыҙ



10.11.2018 Ял итергә барһағыҙ

Ял итергә барһағыҙ
Беҙҙең Рәсәй халҡы йыл әйләнәһенә сит илдәрҙә ял итергә ярата. Уларҙы аңларға була: зарығып көткән йәйебеҙҙә лә ҡайһы ваҡыт айҙар буйы ҡояш күрмәйбеҙ. Төркиәгә юл асылыуы, Ҡырым менән сағыштырғанда, ял путевкаларының арзан булыуы күптәрҙе Урта диңгеҙ буйына йәлеп итте. Сит илгә юлланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай.

-Ял итергә барғанда был илдәге эпидемиологик хәл менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Сикләү саралары, вакцина эшләтеү тураһында ла белешмә алыу мөһим.
-Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен дә иҫтән сығармағыҙ. Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт дымлы салфеткалар һәм шыйыҡ антисептик йөрөтөгөҙ.
-Балыҡ һәм диңгеҙ продукттарын сей килеш ашамағыҙ.
-Махсус шешәләрҙә һатылған һыуҙы ғына эсегеҙ.
-Диңгеҙ ярында экзотик ризыҡ һатыусыларҙың ризыҡтарынан баш тартығыҙ.
- Бөжәктәр тешләмәһен өсөн репеллент, спрейҙар, майҙар үҙең менән булырға тейеш.
- Ҡоро ҡом өҫтөндә, шезлонгтарҙа түшәк түшәмәй ятырға ярамай. Гельминтоз йоҡтороу хәүефе бар.
- Экзотик хайуандарға ҡағылмағыҙ. Уларҙың вирус сығанаҡтары булыуы мөмкин. Хатта маймыл менән фотоға төшөп тә, йоғошло сир йоҡтороуығыҙ ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға