«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (16-22 июль)



16.07.2018 Йондоҙнамә (16-22 июль)

Йондоҙнамә (16-22 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Был хәлдең яңы таныштарығыҙ менән бәйле булыуы мөмкин. Шулай ҙа ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, улар ҙа үҙ яйы менән барһын. Кесе йомалағы осрашыу бик файҙалы үтер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡатмарлы осор. Йәмәғәт эштәре күп көсөгөҙҙө алыр. Төрлө дәғүә лә күбәйер. Киләсәккә ҡорған маҡсатығыҙға ҡырҡа үҙгәрештәр индереүегеҙ бик ихтимал. Быға кеше кәңәше йәки башығыҙға килгән уй-фекер сәбәп булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала бәғзеләр икенсе эшкә күсеү тураһында уйлай башлар. Һәр хәлдә, ашығырға ярамай. Ғөмүмән, әлегә тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәр файҙаға булмаҫ. Йомала иң ауыр эш тә һәйбәт барыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Эш урынығыҙҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Етәксегеҙ үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген дә белдерер. Был хәлгә үҙегеҙ ғәйепле. Тешегеҙҙе ҡыҫып, эшегеҙгә бар тырышлығығыҙҙы һалырға тура килер. Кесе йомала ыңғай ваҡиғалар ҙа булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡатмарлы осор. Өйрәнелгән, ҡәҙимге эштәр ҙә ҡыйынлыҡ менән барыр кеүек. Һәйбәт ваҡиғалар ҙа булыр. Был арала ниндәйҙер ярҙам алыуығыҙ ҙа бар. Уның бик урынлы һәм өмөтлө кәңәш рәүешендә булыуы ихтимал. Йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙнаны бик әүҙем үткәрерһегеҙ. Бының ыңғай һөҙөмтәләре тиҙ күренер. Янығыҙҙа кемдеңдер ярҙамға мохтаж икәнен күрергә тырышығыҙ. Шаршамбыла үҙ фекерегеҙҙе ныҡлап яҡлағыҙ. Бер кемгә лә башығыҙға менергә рөхсәт итмәгеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Элек ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан үҙ аллы барырға кәрәк булыр, башҡалар ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ. Был арала ҡайһы бер матди мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ кеүек. Йондоҙҙар бурысҡа инеүҙән ҡәтғи тыя. Йомала бер аҙ хәйләкәрлек тә күрһәтергә тура килер, моғайын.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге аҙна. Күптәнге дуҫтарығыҙҙан кемдер үҙе хаҡында белдерер. Ниндәйҙер яңылыҡ та ишетерһегеҙ, бәлки. Кесе йомала элекке йәшерен һәләтегеҙ асылыр. Был үҙегеҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл булыр. Башҡа иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эш урынығыҙҙа ҡыйынлыҡтар һағалай. Кемдер хатта «тәгәрмәсегеҙгә таяҡ тығырға» маташа кеүек. Бик тиҙ хәлегеҙҙең улай уҡ насар түгел икәнен асыҡ күрерһегеҙ, барыһы ла һәйбәт барыр. Йомала матди ярҙам алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала көсөгөҙҙө юҡ-барға әрәм итмәгеҙ. Бик тиҙҙән ул кәрәк буласаҡ. Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотоғоҙ. Алдағы ҙур яңы эштәргә, тормошоғоҙҙа буласаҡ үҙгәрештәргә әҙерләнегеҙ. Шаршамбылағы ваҡиғаларҙан бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Һуңғы ваҡыттағы эшмәкәрлегегеҙгә йомғаҡ яһарһығыҙ. Әйткәндәй, улар һеҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндермәҫ тә кеүек. Уңышһыҙлыҡтарҙан да үҙегеҙгә фәһем-тәжрибә алырға тырышығыҙ. Кесе йомала алдан уйлағанды бойомға ашырыу өсөн бер аҙ юхаланырға ла тура килер, бәлки.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Өмөтлө осор. Ҡайһы бер нәмәләргә күҙегеҙ асылыр. Үткән ваҡиғаларҙың мәғәнәһен бер аҙ аңлай башларһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ. Ул яҡын киләсәгегеҙ менән бәйле булыр. Һәйбәт көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.












Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға