«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (18-24 июнь)



18.06.2018 Йондоҙнамә (18-24 июнь)

Йондоҙнамә (18-24 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡатмарлы осор. һәр хәлдә лә бик һаҡ эш итергә ҡушыла. Сәфәрҙәрҙе һәм аралашыу­ҙарҙы мөмкин тиклем кәметегеҙ – улар барыбер әллә ни файҙа килтермәҫ. Үҙ йомоштарын һеҙгә йөкмәтергә теләүселәр ҙә күбәйер, быға һәр саҡ ҡаршы тороғоҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бөтә өлкәлә лә әүҙемлегегеҙ артыр. Ләкин йыш ниндәйҙер үҙгәрештәр индереү ҡаты ҡаршылыҡҡа осрар. Бәғзеләргә урау юлдар менән эш итергә тура килер. Был арала ҡайһы бер күптәнге дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы бар.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Мәл үткән осорға йомғаҡ яһау өсөн уңайлы. Уңышһыҙлыҡтарҙы барлап сығыу һәм сәбәптәрен аңлатыу ҙа файҙалы булыр. Бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт барыр. Туғандарығыҙ менән арағыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Ниндәйҙер дөйөм эштәрҙә лә ҡатнашырға тура килер, бәлки.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бар көндәр ҙә һәйбәт үтер. Күтәренке кәйефегеҙ бөтә эшегеҙҙә лә булышлыҡ итер. Был арала кешеләр ҙә һеҙгә тартылып торор, һүҙегеҙ үтемле булыр. Тормошоғоҙға ҡырҡа үҙгәрештәр индерергә мөмкин. Иң уңышлы көндәрегеҙ – шишәмбе һәм йома.

Буға (21.04 – 21.05)
Күпселек ваҡытығыҙҙы аҡса һәм милек менән бәйле мәсьәләләргә бүлерһегеҙ, бәлки. Аҙна барышында кәрәкле кешеләрҙе, файҙалы мәғлүмәттәрҙе табыуы еңел­ләшер. Бер юлы туғандарығыҙға ла ярҙам итә алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт барасаҡ. Ниндәйҙер яңы йүнәлеш буйынса ла эш итергә тура килер. Элегерәк алған белемегеҙҙең кәрәге тейер. Яҡындағы маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Серҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙнаның бигүк тыныс башланмауы ла мөмкин. Килгән хәбәрҙәр бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер. Был арала бурыстарығыҙ ҙа йыйылып китер. Ҡайһы бер сығымдарығыҙҙы ҡыҫҡартырға ла тура килер. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ мотлаҡ яҡшырыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге осор. Ғөмүмән, был арала һөйләшеүҙәр күбәйер. Уларҙан барыбер ҡотола алмаҫһығыҙ, моғайын, ләкин файҙалы булыуы ла мөмкин. Шаршамбыла уйламаған килем инер. Йомала, киреһенсә, ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ һымаҡ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна һеҙҙең өсөн бик мөһим булмаҡсы. Был арала булған һәләттәрегеҙҙе күрһәтеү кәрәк. Бер ниндәй ҙә ялҡаулыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Дөйөм эштәрҙә үҙ өҫтөгөҙгә яуаплылыҡ алыу ҙа ҡамасауламаҫ. Алда һеҙҙе етди һөйләшеү көтә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Эштәрегеҙ һәйбәт барасаҡ. Осор көсөргәнешле эш өсөн уңайлы. Тап был арала ниндәйҙер сетерекле мәсьәләне хәл итеү юлын табырһығыҙ. Шаршамбылағы кире ваҡиғалар һеҙгә бер нисек тә ҡағылмаҫ. Был арала кеше аҡсаһы менән йыш эш итергә тура килер, һаҡ булығыҙ.


Саян (24.10 – 22.11)
Йәмәғәт эштәре менән булышҡандар мотлаҡ уңыр. Йондоҙҙар үҙегеҙ тураһында ла онотмаҫҡа ҡуша, күберәк ял итергә тырышығыҙ. Шишәмбелә һеҙҙең өсөн көтөлмәгәнерәк хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Хәйер, уларҙың ахыры һәйбәт булыр. Аҙна аҙағында бүләк алырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Янығыҙҙағы кешеләрҙең эштәрендә ҡатнашырға тура килер һымаҡ. Был йәһәттән шишәмбе бигерәк тә мәшәҡәтле уҙыр. Икеләнгән саҡта эске тауышығыҙ һәр саҡ ярҙам итер. Кесе йомала ниндәйҙер хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ. Борсолмағыҙ, уны тиҙ генә төҙәтә алырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға