«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»



08.01.2011 «Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»

«Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың исемен белмәгән кеше һирәктер Урал аръяғында. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты, ваҡытында Баймаҡ районының Октябрь, Байыш ауылдарында бүлексә идарасыһы, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаларын башҡарған етәксе бөгөн «Баймаҡ» тәжрибә хужалығын етәкләй. Элиталы орлоҡ әҙерләү менән шөғөлләнеүсе был хужалыҡ йылҡысылыҡҡа ла ҙур иғтибар бирә, айырыуса башҡорт аттарын үрсетеүгә. Башҡортостандың ауыл хужалығы үҫешен ҡайһы юҫыҡта күҙалларға, тигән һорауға яуапты тәжрибәле етәксе ауыҙынан ишетергә теләп, Илшат Хәмит улы Ситдиҡовҡа мөрәжәғәт иттем.
– Урал аръяғында, йәғни Баймаҡта урында етештерелгән ит, һөт продукцияһын ар­та­бан эшкәртеү маҡсатында ваҡ предприятиелар булдырып ҡараныҡ. Баймаҡ ит комбинаты, Темәстә һөт эшкәртеү заводы булдырҙыҡ, шулай уҡ Баймаҡта тире эшкәртеүҙе лә яйға һалғайныҡ заманында. Был предприятиелар яҡшы ғына эш башлағайны шул осорҙа, әммә теге йәки был сәбәптәр арҡаһында эшмәкәрлеген туҡтатты. Шуға ла, минеңсә, яңынан-яңы ваҡ предприятиелар булдырып торғансы, булғандарын дәүләт ҡарамағына ҡайтарыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Сибай элеваторы, Сибай һөт-консерва комбинаты – бына ошо предприятиеларҙы ҡайтарып алып йә булғанын һаҡлап ҡалып ҡына беҙ урындағы социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итә аласаҡбыҙ. Бындай предприятиеларҙы ситтәр ҡулына тапшырырға кәрәкмәй, улар беҙҙе түгел, үҙҙәрен ҡайғыртасаҡ.
– Белеүемсә, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәген комплекслы үҫтереү планы сиктәрендә һеҙ йылҡысылыҡҡа ныҡ баҫым яһау яҡлыһығыҙ. Йылҡысылыҡ, айырыуса башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә бәйле ҡараштарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙсы?
– Беҙҙең яҡтарҙа элек-электән йылҡысылыҡҡа иғтибар көслө булған. Тәбиғәт шарттары ла бының өсөн ҡулай, урындағы башҡорт аттары ла тап ошо зонала йәшәүгә яраҡлашҡан. ҡылғанлы, бүтәгәле далалар, тауҙар – былар йылҡы малына ҡыш буйына тибенлектә йөрөү мөмкинлеге бирә.
Башҡорт аты үҙенең талымһыҙ, ауыр тәбиғәт шарттарына яҡшы яраҡлашҡан булыуы менән башҡаларҙан бер баш өҫтөн тора. Бына, тәжрибә маҡсатында, юртаҡ тоҡомло бер нисә баш атты башҡорт аттары өйөрөнә ҡушып, тибенгә сығарып ҡарағайныҡ. Башҡорт аттары һин дә мин йөрөй, ә былары иһә күтәртер хәлгә еткән. Айырып алып ҡайтып, ат һарайына кире бикләп тәрбиәләргә тура килде.
Күп мәртәбә иғтибар иткәнем бар: тоҡомло юртаҡ аттарыбыҙ ярыштан һуң күпмелер ваҡыт хәл йыйып алмаһа, мотлаҡ рәүештә хәлһеҙләнеп, эшлектән сығып торасаҡ. Тиреләре лә наҙлы. Әҙерәк кенә ҡаты ҡарҙа ла сыйылып, ҡанап бара. Башҡорт атын иһә ниндәй генә эшкә екмә, тиҙ арала хәл йыя, йонсомай.
Башҡорт атына ҡыш буйына етерлек бесән әҙерләргә кәрәк тип баш ватыу юҡ, беҙ уларҙы көтөүсе ҡарамағында Ирәндеккә сығарып ебәрәбеҙ. Түшенә еткән ҡарҙы ла йырып сығып, ҡабан сусҡаһылай ых-пых килеп, тегеләй-былай күсеп йөрөп, үҙенең тамағын үҙе туйҙыра ул. Ғөмүмән, беҙҙең яҡтың тау битләүҙәрендә ҡар улай ҡалын итеп ятмай, шуға ла йоҡа ҡар ҡатламында тибенеп, бер ауырлыҡһыҙ йәйҙән ҡалған үләнде ашап ҡыш сыға башҡорт аты. Тик ҡолонлар мәле еткәс кенә бикләп ҡуйып, туйындырабыҙ. Һыу ҙа эсерергә кәрәкмәй – ҡар ашау менән ҡәнәғәт була ул башҡорт аты.
– Тимәк, йылҡысылыҡ – сығымдарҙы күп талап итмәй торған тармаҡ?
– Тап башҡорт атын күҙ уңында тотҡанда, былай тип әйтеү хата булмай. Беҙҙәге өс йөҙ баш йылҡыны ҡарарға ни бары өс кеше етә. Өс йөҙ баш һыйыр малын ҡарарға өс кешенең хәленән киләме? Юҡ, әлбиттә. Ул бесәнен әҙерләргә, көн дә тамағын туйҙырырға, иртәле-кисле һауырға ғына күпме көс һәм сығым талап ителә. Беҙҙең хужалыҡта тап башҡорт атын үрсетеүҙең рентабеллеге былтыр 168 процент тәшкил итте: бындай күрһәткестәрҙе игенселектә, йә һыйыр малы, хатта башҡорт тоҡомло булмаған аттар аҫрап, күҙәтеп булмай.
– Рентабеллек хаҡында ентекләберәк әйтеп үтһәгеҙсе? ҡымыҙ етештереүҙән киләме бындай табыш, йылҡы итенәнме?
– ҡымыҙынан да, итенән дә, тоҡом малын һатыуҙан да. Беҙ, мәҫәлән, 80 бейәне һауып, ҡымыҙҙан ғына миллион һумғаса табыш алабыҙ. ҡымыҙҙы күпләп һатыуға сығарырға уны оҙайлы ваҡыт файҙалы сифаттарын юғалтмай һаҡлай алмау ҡамасаулай. Шуға ла, әлеге ваҡыттағы ҡымыҙҙы порошок итеп киптереү технологиялары менән бер рәттән, уны туңдырып һатыу кеүек юлдарҙы эҙләү отошло булыр ине, минеңсә.
Тоҡомло ат һатыу үҙен тулыһынса аҡлай. Бында хаҡтар башҡасараҡ, ғәҙәттәгенән күпкә юғарыраҡ. Быйыл, мәҫәлән, 30 баш йылҡы малын һаттыҡ. Беҙҙең башҡорт атының яҡшы сифаттарын белгән кешеләр уларҙы бер һүҙһеҙ һатып ала.
Тағы ла башҡорт атының ите хаҡында әйтмәксемен. Юртаҡмы, башҡа төрлө тоҡомло ат булһынмы, уларҙың ите үҙебеҙҙең башҡорт атының итенә етмәй. Ауыҙҙа иреп кенә тора бит ул башҡорт атының ите! Башҡаларыныҡы ҡатҡылыраҡ та, ҡорораҡ та, тәмһеҙерәк тә – уныһын инде көнө-төнө ит ашаған кеше булараҡ яҡшы беләм. Ошо иттең тәме хаҡында бер ҡыҙыҡ та, фәһемле лә мәғлүмәт биреп китәйем әле. Шулай, бер мәл Ростовтан һәм Тверҙән башҡорт аты эҙләп килделәр. Башҡортостанды айҡап сыҡҡандар, тиергә була, тик беҙҙәге кеүек аттарҙы осратмағандар. Оҡшаттылар, һатып алдылар. Йылҡы малы буйынса көслө белгестәре бар, тоҡом һыҙаттарының, үҙенсәлектәренең һәр береһе лә тейешле кимәлдә икәнен күреп ышанғас, һәр береһен 50-шәр мең һумдан байтаҡ ҡына бейә малын һатып алып ҡайтып киттеләр. Әле лә бәйләнештәрҙе өҙмәйбеҙ улар менән: бик ҡәнәғәттәр, тырыша-тырыша, башҡорт аттарының һанын үрсетеү менән шөғөлләнәләр. Ростовтан килгәне, Николай исемле егет, 20-нән 100 башҡа тиклем еткергән башҡорт аттарының һанын. Шул һөйләне әлеге башҡорт атының ите хаҡында.
Белеүегеҙсә, урыҫтар йылҡы итен бик өнәмәй. Диндәре ҡушмаймы шул. «Мин, – ти был Николай, – дуҫ-иштәремде, кәрәкле кешеләремде йыйып алып, бер мәл башҡорт атының ите менән һыйланым. Маҡтай-маҡтай ашайҙар, нимә ите ул, тип төпсөнәләр. Өндәшмәйем. Аҙаҡтан ғына, мустанг (ҡырағай ат) ите был, тип мәрәкәләнем. Хәҙер кемеһе булһа ла, ҡунаҡҡа киләм, ат һуй, тип шылтыратып ҡына тора».
Бынан тыш, Силәбе өлкәһендә 950 баш башҡорт аты көткән ҡаҙаҡ егете бар: уларға инде бер ниндәй һыйыр ҙа, башҡа нәмә лә кәрәкмәй, йылҡы малына мөкиббән киткәндәр.
– Илшат Хәмитович, беҙҙең бөгөнгө хәлебеҙҙә, Урал аръяғы райондарын, атап әйткәндә, Баймаҡ районының иҡтисади хәлен яҡшыртыу маҡсатынан сығып, йылҡысылыҡҡа ниндәйерәк ҡараштаһығыҙ?
– Беҙгә саф башҡорт тоҡомло йылҡысылыҡҡа иғтибар бүлергә кәрәк. Башҡортостанда күп ул башҡорт аты менән шөғөлләнеүселәр. Әммә, ныҡлап тикшерә башлаһаң, уларҙың бер ниндәй ҙә саф башҡорт аты түгел, ә төрлө тоҡомло, ҡатнаш ҡанлы мал икәне күҙгә ташлана. Ауылдарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа өйөрҙәрҙе теләһә ниндәй тоҡомло айғырҙар алып йөрөй, һәм был өлкәлә бер ниндәй контроль юҡ. Әгәр ҙә беҙ республика ғына түгел, Рәсәй, хатта донъя баҙарына «Башҡорт аты» бренды аҫтында ҡымыҙ, ит, ҡаҙы сығарырға хыялланабыҙ икән, был юҫыҡта аныҡ аҙымдар башларға кәрәк. Мәҫәлән, тап Баймаҡ районында дәүләт ҡарамағындағы йылҡы заводы филиалы, тоҡом малының, айғыр­ҙарҙың берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырыу кеүек аҙымдар бик тә отош­ло булыр ине. Һәр тоҡомдоң бит үҙенең билдәле һыҙаттары, үҙенсәлектәре бар. Тәжрибәле белгескә атҡа бер ҡараш ташлау етә: был атта сама менән 80 процент башҡорт аты сифаттары күҙәтелә, ә бына муйыны Дон тоҡомонан, тояҡтары юртаҡтыҡы һәм башҡа һәм башҡа, тип һанап алып китһәсе? Әгәр ҙә беҙҙә дәүләт тарафынан башҡорт тоҡомло йылҡысылыҡты үрсетеү буйынса махсус программа ҡабул ителеп, был өлкәлә эш алып барылмаһа, бер заман килеп башҡорт аты Башҡортостанда түгел, ә әлеге лә баяғы Тверҙә, Ростовта, Силәбелә генә һаҡланып ҡалмаҫмы?

Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға