«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Гимндар төрлө була…



08.05.2018 Гимндар төрлө була…

Гимндар төрлө була…
Иң боронғо гимн һүҙҙәре – япондарҙа. X – XI быуатта аноним йыйынтыҡта баҫылған бер шиғырға көй яҙыу идеяһы ирланд дирижеры Джон Фентондың башына килә. Ул 1870 йылда көй яҙа ла япон императоры алдында йырлай. Әммә япондар был йырҙы, бигүк тантаналы түгел, ти. Шунан шул уҡ һүҙҙәргә үҙҙәре көй яҙа. Ә Фентондың варианты Иокогама ҡалаһының бер ҡорамында йыл да башҡарыла. Әйткәндәй, япон гимны бер куплеттан тора һәм ике тапҡыр ҡабатлана.

Уругвай гимны – иң оҙоно. Парагвайҙыҡы ҡыҫҡараҡ булһа ла, авторы бер үк кеше – Уругвай гражданы Франсиско Акунья де Фигероа.
Британия гимнының авторы үҙ шиғырының тотош ил символына әйләнеүен белмәйенсә, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Генри Кэри исемле музыка уҡытыусыһының ғаиләһе ярлы, күп балалы булған. Нимәһе ҡыҙыҡ: гимн һүҙҙәре власта батша йә батшабикә ултырыуына ҡарап үҙгәртелә, ҡатын-ҡыҙ, ир-ат өсөн варианттары бар.
Афғанстан гимнында, ил Конституцияһына ярашлы, унда йәшәүсе бөтә халыҡтар ҙа телгә алына. Һәм, әлбиттә, “Аллаһу әкбәр” тигән һүҙҙәре бар.
Һиндостан гимны 54 секундта йырланып бөтә. Әммә бик бай тарихлы. Ә Таиландтың ике дәүләт йыры бар: батшаныҡы һәм граждандарҙыҡы. Әгәр дөрөҫ булһа, батша өсөн гимн авторы рус композиторы Петр Щуровский икән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға