«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һорау - яуап



13.04.2018 Һорау - яуап

Һорау - яуап
Уҡыусыларыбыҙҙы борсоған һорауҙарға Күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт теркәүе хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығының («Росреестр») бүлек етәксеһе Наталья Низаметдинова яуап бирә.

– Пай 1991 йылда түләнгән, БТИ аша фатир­ға хоҡуҡ теркәлгән икән, кооператив фатирға яңынан хоҡуҡты теркәтергә кәрәкме?

– 1997 йылдың 21 июлендә «Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе» тураһындағы федераль закон сыҡҡанға тиклем милеккә хоҡуғығыҙҙы теркәтһәгеҙ, ул Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүе реестрында булмаһа ла, юридик яҡтан теркәү үҙ көсөндә ҡала. Һуңынан теркәү граждандарҙың теләге буйынса башҡарыла. Объектты һатҡанда, бүләк иткәндә мотлаҡ Күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт реестрында мотлаҡ теркәтергә кәрәк буласаҡ.
– Аҡылы камил булмаған кеше исеменән ышаныс ҡағыҙы нисек эшләнә? Нотариус беҙгә был документты биреүҙән баш тартты.
– Аҡылы камил булмаған кеше үҙ аллы ышаныс ҡағыҙы бирә, фатирын һата, бүләк итә алмай. Быны уның исеменән уға опека һәм попечителлек органынан тәғәйенләнгән опекун эшләргә тейеш. Гражданды үҙ ғәмәлдәренә үҙе баһа бирә алмаған, аҡылы теүәл түгел, тип таныу суд тарафынан башҡарыла.
– Аҙ тәьмин ителгән граждандар социаль ипотека буйынса алған фатирҙарын теркәткәндә дәүләт пошлинаһынан азат ителәме?
– Эйе. Граждандар РФ Торлаҡ кодексының 49-сы статьяһының 22 пункты буйынса урындағы үҙидара органында субъекттың закондары буйынса аҙ тәьмин ителгәндәр тип танылырға тейеш. Дәүләт пошлинаһы түләүҙән азат ителеү өсөн урындағы үҙидара органынан ошо хаҡтағы белешмәне килтерергә кәрәк.
– Миңә фатирҙың 3/1 өлөшөн бүләк итәләр. Уны нисек үҙемдең исемгә теркәтергә?
– Өлөш бүлеү нотариаль рәүештә башҡарыла. Документты яҙыу, таныҡлыҡ алыу өсөн нотариусҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул килешеү раҫланғас, бүләк итеүсенең милеккә хоҡуғының икенсе кешегә күсеүен белдереп, милеккә хоҡуҡты теркәү өсөн Росреестрҙың төбәктәге органына мөрәжәғәт итегеҙ.
– Фатирҙы хосусилаштырыу тураһында иҫке документыбыҙ ғына бар. Беҙгә уны яңынан теркәтеп, яңы документ алырғамы?
– Иҫке документығыҙ юридик көсөн юғалтмай. Әммә фатирҙы һатҡанда, өлөштәрҙе бүлгәндә, бүләк иткәндә, уны Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында теркәтеп, яңы документ алырға кәрәк.
– Ҡатыным «әсәлек капиталы»на фатир һатып алды. Был яңы торлаҡта ғаилә ағзаларына өлөштәр нисек бүленә?
– Әгәр ҙә йорт тик «әсәлек капиталы»на ғына алынһа һәм сертификат алған кешегә һәм яҙма документ эшләткән кеше исеменә теркәлһә, ул дәүләт теркәүен үткәндә йортто өлөштәргә (балаларға, иренә) бүлергә тейеш. Әгәр ҙә йорт ир менән ҡатындың уртаҡ килеменә һәм «әсәлек капиталы» аҡсаһына алын­һа, был торлаҡ уртаҡ милек тип һанала. Күсемһеҙ милеккә өлөштәрҙе бүлгәндә, дәүләт теркәүе үткәндә балаларға, иргә бүлеп, килешеү (дөйөм милекте бүлеү тураһында килешеү ҙә була) төҙөү талап ителә. Ул мотлаҡ нотариуста раҫланылырға тейеш.

З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға