«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы



07.01.2018 Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы

Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманыИптәшем менән өс йыл ғүмер итәбеҙ. Йәш ярымлыҡ ҡыҙыбыҙ үҫә. Иремде яратам, ихтирам итәм.
Бер йыл элек ҡайным мәрхүм булғас, беҙгә ҡәйнәмдең йортона күсергә тура килде. Беренсенән, ул яңғыҙ йәшәмәйәсәк, ә икенсенән, фатирыбыҙҙы ҡуртымға биреп, матди хәлебеҙҙе яҡшыртыу маҡсатында был аҙым­ға барғайныҡ. Ҡәйнәм итәғәтле, тыныс, яҡшы кеше. Ләкин миңә уның менән йәшәүе ауыр. Өйҙә үҙемде хужабикә итеп тойорға, шәхси арауығым булыуын теләйем. Бер йыл күнеп йәшәнем, артабан нимә эшләргә белмәйем, түҙемлегем бөттө. Нимә эшләргә миңә, кәңәшегеҙҙе көтәм.
Асия С.
А. районы.

Һеҙҙе “артабан нимә эшләргә” тигән уй борсой. Шуны аңлағыҙ: был һорауҙы нисек хәл итһәгеҙ, киләсәктә шулай буласаҡ. Ҡәйнәгеҙ ни өсөн асыуығыҙҙы ҡабарта, уның холҡондағы ниндәй сифаттары һеҙгә оҡшамай? Минеңсә, проблема үҙегеҙҙә. Үҙ өҫтөгөҙҙә ныҡлап эшләргә кәрәк буласаҡ. Йәғни кешеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Шул саҡта ғына ҡәйнәгеҙгә ҡарата мөнәсәбәтегеҙ үҙгәрәсәк. Элек йәштәр ата-әсә йортонда, йәғни килен ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә йәшәгән. Бындай тәртип кешеләр менән һыйышып йәшәргә, мәрхәмәтле булырға өйрәткән.
Һеҙ киҫкен генә һөйләшеп, фатирығыҙға кире ҡайта ла алаһығыҙ. Бер яҡтан, был проб­леманы хәл дә итер һымаҡ. Ирегеҙ яҡшыраҡ эшкә урынлашыр, күберәк аҡса алып ҡайтырға тырышыр. Барыһы ла яйлан­ған һымаҡ булыр. Тик мәсьәлә һеҙҙең ҡайҙа һәм кем менән йәшәүегеҙҙә генә түгел, ә оло йәштәге кешеләргә булған мөнәсәбәтегеҙҙә. Ҡәйнәгеҙгә булмаһа, һеҙҙә шундай уҡ мөнәсәбәт күршеләрегеҙгә, таныштарығыҙға, бергә эшләгән оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ хеҙмәттәштәргә булыуы мөмкин. Был – тик һеҙҙең генә “эске” проблема, эске кисерештәрегеҙ. Бәлки, һеҙ шул йәштә булыуҙан, ҡартлыҡтан ҡурҡаһығыҙҙыр. Йәиһә ҡасандыр тормошоғоҙҙа олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙ менән булған кире тәжрибә үҙен белдерәлер. Был хәлгә ошо күҙлектән ҡарап сығығыҙ. Һеҙ ҡәйнәгеҙҙәге, ә иң мөһиме, үҙегеҙҙәге кире сифаттарҙы аңлай һәм ҡабул итә алаһығыҙ икән, барыһы ла яйланыр. Ҡәйнәгеҙҙәге ололарға хас аҡыл, тормош тәжрибәһе һеҙгә ярҙам ғына итәсәк. Килеп сыҡмаһа, үҙ фатирығыҙға күсегеҙ. Беренсенән, күңелдә асыу, үпкә һаҡлап йөрөү ҡәйнәгеҙ менән булған проблеманы тағы ла киҫкенләштерәсәк. Икенсенән, ғәҙәттә, кире эмоцияларҙы оҙаҡ йөрөтөүсенең һаулығына ҙур зыян килә, сәләмәтлеге ҡаҡшай.
Дөрөҫ ҡарарға килерһегеҙ тип ышанам, уңыштар һеҙгә!

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға