«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Иҫәрлекме, йүләрлекме?



10.12.2017 Иҫәрлекме, йүләрлекме?

Иҫәрлекме,  йүләрлекме?
Ҡаты бәрелеп, мине аңламаусылар күп буласағын да беләм, тик минең хәлдә булған ҡатындар һәм ир-егеттәр ҙә бар.
44 йәштәмен, ҡалала йәшәйем, тормошобоҙ шөкөр итерлек. Июль айында никахҡа саҡырҙылар. Унда икенсе өлкәнән килгән бер йәш егеткә ҡарата, ҡоҙа була инде, ниндәйҙер хис-тойғо кисереп ҡайттым да, бер нисә көндән үҙемдән көлөп, онотоп ҡуйҙым.
Туй көнө килеп етте. Кафеға ингәс тә теге егет менән күҙҙәр осрашты, йөрәгем йыш-йыш тибә башламаһынмы! Ул йылмайып ҡаршыма килеп, һаулыҡ һорашты. Аяҡтарым мамыҡ кеүек йомшарып, аяҡ аҫтынан ер киткәндәй булды. Шул тиклем ипле, һылыу, баһадир кәүҙәле егет бит, әй. Туй буйы ҡараштар менән һөйләштек, эргәһенә барырға ҡыйыулығым етмәне. Ҡайтыр саҡта яныма килеп, һаубуллашты...
Ә бөгөн “Бәйләнештә” дуҫлыҡ тәҡдим иткән. Ҡыҫҡаһы, үҙемдән 16 йәшкә кесе буйҙаҡ егеткә ғашиҡ булдым шикелле. Көнө-төнө тик ул ғына уйымда, фотоларын ҡарайым. Аңлайым, был ахмаҡлыҡ. Тик нишләптер ҡыйын миңә, тиктомалға күҙемә йәштәр тығыла, ҡайҙалыр алыҫҡа сығып киткем килә. Яратҡан ирем, балаларымды хәстәрләр урынға, тик уны ғына уйлайым…
Рәғиҙә.
К. районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға