«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (23 – 29 октябрь)



23.10.2017 Йондоҙнамә (23 – 29 октябрь)

Йондоҙнамә (23 – 29 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт аҙна. Ул яңы эштәрҙе башлап ебәреү өсөн үтә уңайлы. Ғаиләләге хәлдәр ҙә маҡтанырлыҡ. Туғандарығыҙ тарафынан да ярҙам тойорһоғоҙ. Үҙегеҙ ҙә улар өсөн кәрәкле һәм файҙалы булырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Алдан ҡорған уй-ниәттәрегеҙҙең төрлө сәбәп арҡаһында ҡапыл боҙолоуы мөмкин. Яҡын арала һеҙҙең өсөн бик яуаплы осор башланасаҡ. Быға алдан әҙер булыуығыҙ мөһим. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарығыҙҙы көсәйтергә кәңәш ителә.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Көс-әүҙемлегегеҙ ташып торор. Ләкин бынан артыҡ файҙа булмаҫ. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итеү төрлө сәбәп арҡаһында тотҡарланыр. Бер аҙ сабыр итегеҙ. Күберәк күҙәтегеҙ, фекер төйнәгеҙ. Уңайлы мәл булыр әле.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала йондоҙҙар йорт-хужалыҡ эштәрен уңышлы алып барырға ярҙам итер. Оло йәштәгеләр, етәкселәр менән мөнәсәбәттәр күҙгә күренеп һәйбәтләнер. Дүшәмбелә башлаған эшегеҙҙе йомала уңышлы ғына ослап ҡуйырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Мәл яңы белем алыу һәм уны арттырыу өсөн уңайлы. Ошо арала алған белем-тәжрибәгеҙ бик тиҙҙән кәрәк булыр. Йондоҙҙар яратҡан кешегеҙгә ҡарата артыҡ ҡырыҫлыҡ күрһәтмәҫкә ҡуша. Яҡын киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларға әҙерләнеү мөһим.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна башы төрлө тарафтан яңылыҡтар килтерер. Уларҙың бәғзеләренең кире булыуы ла ихтимал. Ниндәйҙер эшегеҙҙе туҡтатырға ла мәжбүр булырһығыҙ. Был арала яҡшы таныш булмаған кешеләргә артыҡ ышанмағыҙ. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – шишәмбе һәм йәкшәмбе.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Өйөгөҙҙә лә, төп эшегеҙҙә лә бер аҙ тәртип урынлаштырырһығыҙ. Төрлө яңылыҡ индереү ҙә файҙаға булыр. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә күптәр элекке үпкәләшеүҙәрҙе онота алыр. Йондоҙҙар аралашыуҙа әүҙемерәк булырға, тәжрибәле кешеләрҙең аҡылына таянырға кәңәш итә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡайһы саҡта ҡәнәғәтһеҙлек кисерерһегеҙ. Тик юҡҡа бошонмағыҙ. Шулай ҙа үҙегеҙгә ҡамасаулап торған ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға тырышығыҙ. Был киләсәктә алға табан барырға ярҙам итер. Шаршамбыла ниндәйҙер көтөлмәгән, ләкин ыңғай ваҡиға булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт көндәр. Был арала ҡайһы бер матди мәсьәләләрҙе хәл итә алырһығыҙ. Эшегеҙ бик күп булһа ла, барыһы ла ҡулығыҙҙан килер. Йондоҙҙар шаршамбылағы ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға артыҡ иғтибар итмәҫкә ҡуша.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор аралашыу өсөн уңайлы. Был арала элек белмәгән кешеләр менән танышырһығыҙ. Кесе йомаға тәғәйенләнгән көн тәртибенең ҡапыл боҙолоуы ихтимал. Һаулығығыҙға иғтибарҙы кәметмәгеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау әллә ни файҙа бирмәҫ. Бәғзеләр менән арағыҙ насар булһа ла, үҙегеҙҙе бер ни булмағандай тотоуығыҙ дөрөҫ. Был арала көн һәм эш тәртибен ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә өлгәшерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үткән көндәргә ҡарағанда, был осор уңышлыраҡ көтөлә. Шаршамбыла аралашыуҙы кәметегеҙ. Был көндө кешеләр күңеленә юл табыу ауырлашыр. Йондоҙҙар әлегә икенсе эшкә күсеүҙе кисектереп торорға ҡуша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға