«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡышҡылыҡҡа ужым һуғаны һәм һарымһағы



19.10.2017 Ҡышҡылыҡҡа ужым һуғаны һәм һарымһағы

Ҡышҡылыҡҡа ужым һуғаны һәм һарымһағыХәҙер ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырырға мөмкин булған һуған сорттары бихисап. Улар туң тупраҡта бик яҡшы ғына итеп ҡыш сыға һәм икенсе йылға иртә уңыш бирә. Тәүҙә баҡса ерен тигеҙләп һәм тығыҙлап сығырға тура киләсәк. Һуған сәсеү өсөн 5 сантиметр тәрәнлегендәге соҡорҙар кәрәк. Уларҙың рәттәре бер-береһенән 15 – 20 сантиметр киңлектә урынлаша. Орлоҡ һуғанын сәскәс, ерҙе бер аҙ тығыҙлап ҡуйырға онотмағыҙ. Ҡырауҙар башланыу менән түтәлдәрҙе ҡоро япраҡ, ҡарағас ботаҡтары менән ҡаплағыҙ. Әгәр, ҡыш ҡарһыҙ икән, уларҙы пленка менән ҡаплап та торорға тура килер.
Ҡышҡылыҡҡа сәселгән һуғандың ере еңел генә булырға тейеш. Тамырҙары сибек кенә, шуға ла ул ашлауға мохтаж. Сәсер алдынан тупраҡты ҡаҙып, тиреҫ, калий тоҙо һәм суперфосфат индереү ҙә артыҡ булмаҫ. Магазиндарҙа комплекслы көҙгө ашламалар ҙа бар. Ағас көлө һибергә мөмкин, ул да ерҙе яҡшы ашлай. Һуғанды бер урында ике йылдан артыҡ сәсмәйҙәр.
Октябрь баштарында ҡышҡылыҡҡа һарым­һаҡ сәсеү ваҡыты ла етә. Ул ҡышын өшөмәһен һәм яҡшы уңыш бирһен өсөн бер нисә ысул бар. Мәҫәлән, һарымһаҡты ла бер үк урында ике йылдан артыҡ сәсергә ярамай. Улай ғына ла түгел, шул уҡ участкала үҫтереүҙән биш йылға туҡтап торорға ҡушалар. Ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡты яңы ғына һуғаны йыйып алынған ергә лә сәсмәйҙәр. Шулай уҡ әлеге миҙгелдә помидор, борос, баклажан үҫкән урындар ярамай. Ә бына ҡауын, патиссон, ташҡабаҡ, кәбеҫтә һәм ҡуҙаҡлы культуралар урынында һарымһаҡ рәхәтләнеп үҫә. Шулай уҡ был йәшелсә баҡса еләге менән бик дуҫ.
Ҡышҡылыҡҡа сәселгән һарымһаҡты тиреҫ менән ашламайҙар. Иң шәбе – торф.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға