«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Теплицала көҙгө эштәр



17.10.2017 Теплицала көҙгө эштәр

Теплицала көҙгө эштәр
Әлбиттә, эш быйылғы уңыш ҡалдыҡтарын, япраҡ-һабаҡтарҙы йыйып яндырыуҙан башлана. Теплицаның стеналары мотлаҡ йыуыла. Бының өсөн һыуға марганцовка менән дегетле һабын ҡушалар. Һауаны таҙартыу ҙа мөһим. Был маҡсатта көкөртлө шашкалар ярҙам итер. Ошо килеш теплицаны өс көн тоталар, ишектәр, тәҙрәләр ябылырға, тишек-тошоҡ яма­лыр­ға тейеш. Өс көндән һуң асып елләтергә генә ҡала. Көкөрт таблеткаларын яндырыу төрлө бәшмәктән, бөжәктән ҡотҡарасаҡ. Әгәр теплицаның таяуҙары тимер икән, был ысул тура килмәй, сөнки көкөрт тимергә зыян килтерәсәк. Ләкин башҡа ысул да бар: хлорлы эзбиз иҙмәһен һибергә кәрәк. Уны 10 литр һыуға 400 грамм хлорлы эзбиз бутап, аҙыраҡ тондороп алып, эшләйҙәр. Иретмә һипкәндән һуң да теплицаны ике-өс көнгә ябып торалар. Бынан һуң елләтәләр, эске яҡтан щетка менән ышҡып барлыҡ бысраҡты таҙарталар. Тимер өлөштәренә ҡайнар һыу һибергә лә онотмағыҙ. Ағастан эшләнгән бөтә кәрәк-яраҡты ла 10 процентлы баҡыр купоросы иретмәһе менән эшкәртегеҙ. Теплицаны ике аҙнанан һуң тағы ла дезинфекциялау яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә килтерәсәк. Әгәр уның эсендә зарарлы бөжәктәр артыҡ күп күренһә, тупраҡты һәм стенаны карбофос менән эшкәртәләр.

Ерҙе таҙартыу
Ҡағиҙә буйынса, теплица эсендәге тупраҡты 4 – 5 йыл һайын алмаштырып торалар. Ләкин был бик ауырға тура килә, тупраҡты һатып алыу, килтертеү – оло мәшәҡәт. Уның өҫтәге 10 сантиметрын ғына алмаш­тырыр­ға була, урынына шулай уҡ яңы тупраҡ индерергә кәрәк буласаҡ. Тик яҡшы тупраҡтың табылмауы ла ихтимал. Шуға ла ҡулланылғанын дезинфекциялап тороу мөһим. Был эште ерҙә ҡоротҡостарҙы күрһәгеҙ ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә башҡарырға кәрәк. Ерҙе эшкәртеү өсөн ағас көлө һибергә була, бер квадрат метр­ға ярты литр етә. Марганцовка йәки фитоспорин иретмәһе лә тупраҡты дезинфекциялау өсөн бик шәп. Сидераттар тураһында ла онотмағыҙ. Мәҫәлән, гәрсис сәсергә була.
Ҡайһы бер баҡсасылар поликарбонат теплицаларҙы бетонлы нигеҙгә ултырта. Был ныҡлы, әлбиттә. Тик икенсе яғы ла бар – телицаны тегендә-бында күсереп йөрөтөү мөмкин булмаясаҡ. Нигеҙҙе лом менән аҡтарыу бер кемгә лә оҡшамаҫ. Ағас өҫтөндә лә теплица 10 –12 йыл тора, унан һуң уны еңел генә икенсе ергә күсерәһең дә ҡуяһың.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға