«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Телгенәм - бергенәм



06.09.2017 Телгенәм - бергенәм

Телгенәм - бергенәм
Борис ХӘЙРЕТДИНОВ, Баймаҡ районының “Атайсал” аҡһаҡалдар клубы рәйесе, мәғариф ветераны:
Башҡорт теле беҙҙең дәүләт теле булараҡ уҡытылырға тейеш. Уға мәктәптә дәрестәр һанын күберәк бүлергә, китаптар сығарырға, матбуғатҡа нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк. Республикала йәшәүсе башҡа халыҡтарға башҡорт телен таныштырыу, өйрәтеү кәрәк эш булып тора. Беҙҙә йәшәүсе рус, мари, мордва башҡортса аңлаһа нимәһе насар?
Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә ни өсөндөр рус теленә генә әһәмиәт бирелә, ә башҡа телдәр ситтә ҡала. Был дөрөҫ түгел. Дәүләт милли республикаларҙың телдәрен ҡыҫырға тейеш түгел. Әгәр ҙә беҙ мәктәптәрҙә башҡорт телен ирекле генә өйрәтеүгә ҡалдырһаҡ, был хата буласаҡ. Әле бына Баймаҡта ҡарап торһаң күптәр русса һөйләшә, ә үҙҙәренең башҡорт икәне күренә.
Беҙгә башҡорт телен мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ өйрәтергә кәрәк. Әйҙә рус, башҡорт һәм бер сит тел дәрестәре булһын.
Әгәр ҙә телебеҙгә ҡараш үҙгәрмәһә, ул 50-60 йылдан һуң юҡҡа сығасаҡ. Шуға күрә лә уйланырға, уйҙан бигерәк эшләргә кәрәк.

Илдүсә ӘМИНЕВА, хаҡлы ялдағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Баймаҡ районының Билал ауылы:

- Әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы кәметеү урынына уны киреһенсә арттырырға, белем биреү методикаһын камиллаштырыу буйынса эшләргә кәрәк.
Үҙемдең эш һәм тормош тәжрибәһенән сығып әйтәм – бала иң беренсе үҙенең туған телендә фекерләй белергә тейеш. Ошо нигеҙ менән ул башҡа телдәрҙе еңел үҙләштерә, зиһене арта, аҡылы нығый. Быны педагогика ғалимдары ла дәлилләй. Башҡорт балаһы ғаиләлә башҡортса һөйләшергә, балалар баҡсаһында үҙ телендә аралашырға, мәктәптә иң беренсе башҡорт телендә белем алырға тейеш.
Мин рус теленән репетиторлыҡ менән шөғөлләнәм: балаларға ҡағиҙәләрҙе, миҫалдарҙы русса бирһәң улар төшөнмәй. Тәүҙә башҡортса әйтеп аңлатып, руссаға күсеү һөҙөмтә бирә, балалар БДИ-ны яҡшы тапшыра. “Балалар башҡортса уҡып, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмай, әйҙә русса уҡыһын”, - тигән ата-әсәләргә бына ниндәй яуап ҡайтарам.

Ольга ВАСИЛЬЕВА, Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министры:

– Беҙ – күп милләтле, күп конфессиялы ил. Минеңсә, яныңда йәшәүселәрҙең мәҙәниәтен, көнкүреш кимәлендә телен белеү яҡшы мөнәсәбәт билдәһе. Әгәр һин Башҡортостанда йә Татарстанда тыуып һәм йәшәп тә урындағы телде белмәүең дөрөҫ түгел кеүек. Әйткәндәй, РФ Конституция суды Татарстан республикаһында татар телен мотлаҡ өйрәнеү мәсьәләһен тикшерҙе һәм, әгәр ҙә телде өйрәнеү имтихан биреүгә, вузға инеүгә аяҡ салмаһа, берәүҙең дә хоҡуғын боҙмай, һәр кем тәрбиә һәм белем алыу телен үҙе һайлай ала, тигән һығымтаға килде.
(Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышындағы сығышынан).

Урал КӘРИМОВ, “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:

– Башҡорт теле беҙҙең өсөн бик мөһим. Минең уйымса, Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше уны белергә тейеш. Беҙҙең башҡорт КВН-ында төрлө милләт вәкилдәре уйнай (улар үҙ теләктәре менән ҡатнаша) һәм башҡортса һөйләшә! Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе һәр бер баланың мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүе мотлаҡ.

Ринат ӘЛИБАЕВ, “Белемле башҡорт” проектын ойоштороусы:

– Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы, Рәсәйҙең бөтә территорияһында рус теле дәүләт теле булып тора. Әммә республикалар үҙ дәүләт телдәрен билдәләргә хоҡуҡлы. Был телдәр власть органдарында, урындағы үҙидарала ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһында уҡыусылар башҡорт телен өйрәнергә тейешме? “БР-ҙың Мәғариф тураһында” законының алтынсы статьяһының икенсе пунктына ярашлы, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа федераль дәүләт белем биреү стандарттарына тура килгән дәүләт аккредитацияһын үткән программаларға ярашлы алып барыла.
РФ Конституция Судының 2004 йылдың 16 ноябрендәге ҡарары буйынса, Татарстан Республикаһында дөйөм, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында дәүләт телдәре булараҡ рус һәм татар телен уҡытыу РФ Конституцияһына ҡаршы килмәй. Ошонан сығып, Башҡортостан Республикаһында ла башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү, әгәр ул федераль база уҡыу планы һәм РФ дөйөм белем биреү учреждениеларының яҡынса уҡыу пландары компоненттарына зыян килтермәһә, уҡыусыларҙың теге йәки был предметты (шул иҫәптән рус телен) тәрән өйрәнеүенә ҡамасауламаһа, Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килмәй.
Башҡорт теле – башҡорт шәхесе формалашыуының нигеҙе ул. Үҙ телен белмәгән йә насар белгән йәштәр башҡорт халҡының өлөшө булараҡ формалаша алмай. Улар ата-балараынан ҡалған туған теленең, мәҙәниәтенең, еренең ҡиммәтен, уны һаҡларға кәрәклеген аңламаясаҡ. Һәм бер-ике быуындан ғәйәт көслө ассимиляцияға бирешергә лә мөмкин. Был башҡорт халҡының башҡаларҙан айырмалылығы хоҡуғын боҙа һәм уның юғалыуына килтереүе бар. Минеңсә, башҡорттар быға юл ҡуймау тураһында уйланырға тейеш.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, " Тормош һабаҡтары" дәреслеге авторы:
Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр! Ишетергә теләгәндәр ҡолаҡ һалһын ине! Балағыҙ яҙмышы һеҙҙең ҡулда. Үҙ ҡулдарығыҙ менән ғариза яҙып, бер ни аңламаған сабыйҙар зиһененә яңлыш фекер һалып бутамаһағыҙ ине. Туған тел - кешенең күҙгә күренмәгән ағзаһы. Туған тел - ул күңел теле, тойоу теле, быуындан-быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе төп ҡөҙрәт. Туған телебеҙҙе ят тел менән алмаштырабыҙ икән, тимәк, баланың тәбиғәттән бирелгән бер ағзаһын ҡырҡып алып, ят ағза ялғап ҡуяһың тигән һүҙ. Ошо хәл булмаһын, атай-әсәйҙәр үҙ балаһын үҙ ҡулдары менән рухи зәғифлеккә дусар итмәһен өсөн бөйөк аҡыл сығанағы Тәбиғәт кеше мейеһенә бер нисә телде үҙләштереү мөмкинлеге биргән.
1. Кешегә һәләт быуын-быуындан туған тел аша күсә. Шуның өсөн туған телле башҡорттарыбыҙ ҙур ҡаҙаныштарға эйә. Мәктәптәр тулыһынса башҡортса уҡытҡан саҡта үҫеп сыҡты беҙҙең ғалимдарыбыҙ: археолог Нияз Мәжитов, геолог Ҡадир Тимерғәзин, Миңнәхмәт Моталов, Диҡҡәт Бураҡаев, Басир Мәһәҙиевтар, эконмист Мазһар Иҫәнбаев, Хәлил Барлыбаев, философ Дамир Вәлиев, тарихсылар, медиктар Ибраһим Рәхмәтуллин, Марат Аҙнабаев, Мәхмүзә Ғәйнуллина һәм башҡа зыялыларыбыҙ. Ә бөгөн? Башҡорт теле менән ҡайҙа бараһың? - тейһегеҙ? Ә сенатор Лилиә Ғүмәрова, депутаттарыбыҙ Сәлиә Мырҙабаева, Зөһрә Рәхмәтуллиналар. Улар бит башҡорт мәктәбен тамамлаусы башҡорт телле ҡыҙҙарыбыҙ.
2. Туған телде, туған моңдо Тәбиғәт сәләмәтлеккә тәьҫир итеүсе иң ҙур бүләк итеп биргән. Оҙон көйҙәр йырлаусы моңло йырсыларыбыҙ туҡһан йәш тирәһендә генә китте фани донъянын. Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева, Баныу Вәлиева, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова һәм башҡалар.
3. Кеше донъяла яңғыҙ йәшәй алмай. Уның "БЕҘ" тип һыйыныр, күңел йылылығы алыр мөхите булырға тейеш. Бындай мөхитте бар итеүсе, усаҡ йылыһы тотоп тороусы ҡөҙрәт - ул туған тел. Туған телен белмәгән кеше үҙенекеләргә - ят, яттарға үҙ түгел.
4. Тәбиғәт - аҡыл сығанағы. Ул кеше мейеһенә әллә нисә тел үҙләштереү мәмкинлеге биргән. Өйрән, аралаш, һөйләш, тик мәғәнәле, нурлы, йылы бөркөп торған тормош сығанағы булған туған телең иҫәбенә булмаһын, тигән фекер һалған ул.
5. Халҡыбыҙҙың иҫ китмәле матди, рухи байлығы, ғилеме өйрәнелеп бөтмәгән. Уны өйрәнергә донъя кимәленә сығарырға кәрәк. Ә был хеҙмәтте фәҡәт туған телеңде яҡшы белгәндә генә атҡарып була.
6. Халҡыбыҙҙа юғары белемле белгәстәр бихисап. Улар йә сит илдәрҙә, йә Себерҙә, йә үҙебеҙҙә - ҡайҙа эш булһа, шунда. Артабан үҫеш юҡ. БДИ, БДИ (ЕГЭ) тип, бөтөн көстәрен һалып диплом алалар ҙа туҡтап ҡалалар. Артабан маҡсат юҡ, сөнки ҡанға һалынған һәләтте үҫтереп ебәрерлек туған телгә иғтибар кәмегән.
Тағы бер тапҡыр иҫебеҙгә төшөрәйек: белемде туған телдә алған саҡта, ҡанға һалынған, быуын-быуын күсә килгән һәләт асылып китә.


Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА, шағирә :

ОРАН Бары менән берләшәйек Булғанына - мең шөкөр!
Иманыңа кил, башҡортом,
Донъя вағына төкөр!
Булғанды һаҡлап ҡалайыҡ,
Юғына йоғонмайыҡ!
"Булғанбыҙ. Барбыҙ. Булырбыҙ!" -
Аҡылды онотмайыҡ!
"Урал батыр"лы, Ҡөрьәнле
Халыҡ бөтмәҫ, иншалла!
Башҡортлоҡто, ырыҫ сәсеп,
Танытырбыҙ донъяға!
Барҙың ҡәҙерен беләйек -
Аҙ булһа ла - берәгәй.
Сит ҡояшҡа йылынмайыҡ,
Ай юлдаш бит эргәлә...
Булғанды болдап тотоноп,
Баһаларын бирәйек.
Рух ҡанатын үҙебеҙсә,
Хас башҡортса кирәйек!
Берәү ун өсөн эшләһен,
Йөҙ өсөн янһын йөрәк!
Беҙгә бер БӨТӨН булырға -
БАШҠОРТ булырға кәрәк!
"Беҙ булғанбыҙ. Барбыҙ. Буласаҡбыҙ!" - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырынан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға