«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (4 – 10 сентябрь)



04.09.2017 Йондоҙнамә (4 – 10 сентябрь)

Йондоҙнамә (4 – 10 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәр осраҡта ла иғтибарлыраҡ булығыҙ. Икеле, хәүефле хәлдәрҙән ары тороғоҙ. Элек тамамланмай ҡалған эштәрегеҙ эсегеҙҙе бошорор. Киләсәккә булған маҡсаттарығыҙ тураһында күп һөйләргә ҡушылмай.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бигерәк тә уңышлы аҙна. Алдығыҙҙа асылған мөмкинлектәр бер аҙ башығыҙҙы әйләндерер. Икенсе яҡтан, был арала хаталаныу ихтималлығы ла күпкә артасаҡ. Еңелгә артыҡ өмөт итмәгеҙ, уңыштар көсөргәнешле эш арҡаһында ғына.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Күп ваҡытығыҙҙы матди мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бүлерһегеҙ. Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, алдан уйланғандан әҙерәккә өлгәшерһегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ. Борсолмағыҙ, ул яҡшыға булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында һеҙҙе алдарға теләүселәр күбәйер. Шуға мөмкин тиклем һағыраҡ булығыҙ. Был арала ҙур уңыштарға артыҡ өмөт итмәгеҙ. Һеҙҙең өсөн иң мөһиме – элек яулан­ғанды һаҡлап ҡалыу. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шәмбе.

Буға (21.04 – 21.05)
Бик мәшәҡәтле осор. Көсөгөҙҙө лә, аҡсағыҙҙы ла һаҡларға тура килер. Күпселек эштәрегеҙ ауырлыҡ менән барыр. Шаршамбыла ишеткән тәҡдимгә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Уйламайынса ризалашып, яңылыш йүнәлештән китеүегеҙ бар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бер аҙ икеле осор. Күңелегеҙ йыш ҡына урын тапмайынса, ҡайҙалыр ашҡынып торор. Йондоҙҙар был арала тынысыраҡ, сабырыраҡ булырға кәңәш итә. Барыһы ла аҡҡан һыу һымаҡ үтеп китәсәк. Әлеге ҡыйынлыҡтар хәл ителер һәм онотолор.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт осор. Эштәрегеҙҙә бер аҙ тәртип урынлаштыра алырһығыҙ. Ҡайһы бер матди мәсьәләләрҙе лә хәл итерһегеҙ, буғай. Яратҡан кешеләрҙең аралары ваҡытлыса ғына һыуыныуы ихтимал. Шаршамбыла бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала иңегеҙгә өҫтәмә эш йөкмәтерҙәр. Унан бөтөнләй ҡотола алмаҫһығыҙ. Яуаплылыҡты мөмкин тиклем башҡалар менән бүлешергә тырышығыҙ. Йыш ҡына ҡәнәғәтһеҙлек тә кисерерһегеҙ, һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, үҙегеҙгә ял биреү тураһында онотмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Иң ауыр мәсьәләләр ҙә был арала еңел хәл ителер. Хатта дошмандарығыҙ менән дә уртаҡ тел табырһығыҙ. Бөтә эшегеҙҙең дә ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен тойорһоғоҙ. Күптәр өмөтлө танышлыҡтар булдырыр. Был бигерәк тә буйҙаҡтарға ҡағыла.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор элекке эштәрегеҙҙе уңышлы тамамлауға булышлыҡ итәсәк. Аҡса менән бәйле мөмкинлектәрегеҙ ҙә мотлаҡ киңәйер. Бар көндәр ҙә һәйбәт үтер. Йомала ғына алданыуҙан һаҡланығыҙ. Йондоҙҙар тәбиғәт ҡосағында күберәк булырға ҡуша.

Саян (24.10 – 22.11)
Элекке көндәргә ҡарағанда, аҙна бер аҙ тынысыраҡ үтер кеүек. Мәл киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Тик әле башланған эштәрегеҙҙе ташларға ашыҡмағыҙ, юғиһә улар һеҙҙе артҡа һөйрәр. Был арала кеше йомоштары менән дә күп йөрөрһөгөҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна ҡәҙимгесә башланыр. Был көндәрҙә мөмкин тиклем бер ниндәй ҙә низағ-дәғүәгә инмәгеҙ. Шаршамбыла кешеләрҙе артыҡ өмөтләндермәгеҙ, үҙегеҙ ҙә кеше һүҙенә ышанмағыҙ. Йома яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға