«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Рәнйетмәгеҙ ирҙәрҙе



07.08.2017 Рәнйетмәгеҙ ирҙәрҙе

Рәнйетмәгеҙ ирҙәрҙе
Ир рәнйеше ҡаты, тигәндәре дөрөҫтөр. Ололар ҙа, ир баланы рәнйетмәгеҙ, ти торғайны. Бер нисә йыл элек булған хәл иҫкә төшөп, үҙемсә һығымта яһаным.
Шулай матур бер көндө М. тигән кеше килде лә, балдыҙҙың мөлкәтен күсерергә ине, ярҙам кәрәк, йөк машинағыҙҙы биреп тормаҫһығыҙмы, тигәс, мин, әлбиттә, ҡаршы килмәнем, иремде лә ярҙамлашыр­ға сығарып ебәрҙем.
Ирем ҡайтҡас, төпсөнөп һораша ҡуйҙым. Баҡһаң, баяғы ирҙең балдыҙы айырылған да, бар нәмәһен, шул иҫәптән мал-тыуарын да тейәп, уны ауылға алып ҡайтҡандар икән. Ҡатындың ире, һуҡранып, ана, “запарай”ҙы ла тағып алығыҙ, тип илап ҡалған.
Артабан да М., ҡайны-ҡәйнәмә булышам, тип машинабыҙҙы йыш ҡына алып торҙо, хаҡ та һораманыҡ. Ярай, тегеләре оло кеше бит, тип кенә ҡуйҙым. Шулай көндәр, йылдар үтте. Хәҙер минең донъям башҡа, икенсе ерҙә йәшәйем. Әсәйем бер ғәжәп хәлгә тарыны: ваҡытында түләп торһа ла, йыш ҡына ойошманан килеп, акт төҙөйҙәр ҙә, газын ҡырҡа ла китәләр. Мин теге ойошмаға йүгерәм. Күп осраҡта, яңылыш булған, тип аңлатма бирәләр. Ҡыҫҡаһы, аңларлыҡ эш түгел. Шулай өс йыл самаһы дауам иткәс, ныҡлап тикшерергә булдым. Ойошма хужаһына барғас, шаҡ ҡаттым, етәксе тигәнем гел йөк машинамды бушҡа биреп торған әбей менән бабайҙың улы булып сыҡты! Мин уның ата-әсәһенә ярҙам иттем, ә ул минең ҡартайған әсәйемдең газын ҡырҡып аптыратты.
Шул саҡта теге, ирҙән айырылып, йөк машинабыҙ менән мөлкәтен тейәп алып ҡайтҡан ҡатын иҫкә төштө. Туғандар ҙа баһа! Ул ҡатындың илап тороп ҡалған ире лә хәтерҙә ине. Ә күсереп алып ҡайтҡан еҙнәһе, М., ҡайҙа икән? Баҡтиһәң, ул аяғын һындырып, аҡһап ҡалған, ҡатыны менән айырылышып, өйҙәрен һатҡандар, ти. Өҫтәүенә, шуны ла еткерҙеләр: баяғы ойошма хужаһының да ҙур проблемалары булған икән.
Теге ирҙең, һуҡранып-илап ҡалғандың тием, тимәк, “ҡатынының күсенеп ҡайтыуы”на әҙ генә ҡатнашы булған бөтә кешегә лә рәнйеше төшкән дә ҡуйған.

Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Әбйәлил районы,
Яңауыл ауылы.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға