«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мәрхәмәтле болан



22.06.2017 Мәрхәмәтле болан

Мәрхәмәтле боланАйдахо штатында Покателло ҡалаһы зоопаркында аҫралған болан һыу һауытына төшкән ҡомаҡҡа ярҙамға килә. Ғәҙәти булмаған ҡотҡарыу операцияһын зоопарк хеҙмәт­кәр­ҙәре күҙәтеп тора. Улар Шутер ҡушаматлы боландың мөгөҙө менән һыу һауытынан нимәнелер алырға маташыуын күреп ҡала. Тәүҙә хайуан һауытҡа мөгөҙөн тыҡмаҡсы була, әммә уныһы һыймай. Шунан һауытҡа моронон тыға һәм унан еүеш ҡомаҡты сығара. Аҙаҡ ипләп кенә тешләп алып, йәнлекте ергә һала.
Ҡотҡарылыусының иҫән булыу-булмауын белергә теләгәндәй, мөгөҙҙәре менән төртөп ҡарай һәм, хайуанда йән әҫәре һиҙелгәс, ситкә китә. Ә меҫкен ҡомаҡ ҡыуаҡтар араһына инеп ҡаса.
Зоопаркта эшләүселәр боландың был ҡылығына таң ҡалыуын белдерә. Уларҙың әйтеүенсә, мәрхәмәтле болан киҫкен холоҡло булыуы менән айырыла. Парктың ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре хатта уның вольерына инергә лә ҡурҡа. Боландың ни өсөн ҡомаҡҡа ярҙам иткәне билдәһеҙ. Бәлки, уға һыу һауытында сит нәмәнең булыуы оҡшап етмәгәндер һәм унан ҡотолорға ғына теләгәндер.
Р. ТАЙСЫНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға