«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)



29.05.2017 Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)

Йондоҙнамә   (29 май - 4 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Шәхси тормошоғоҙҙа ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнер. Өмөтлө осрашыуҙар ҙа булыуы ихтимал. Бәғзеләр кәрәкле бәйләнеште еңел булдыра алыр. Йомала ниндәйҙер мөһим ваҡиға көтөгөҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна бер аҙ көтөлмәгәнсә башланып китер. Төрлө сәбәп арҡаһында ҡәҙимге көн тәртибен боҙорға ла тура килер, бәлки. Кесе йомала барыһы ла яйланыр. Аҡса мәсьәләһе һаман да борсоп торор.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ял тураһында онотоп, тулыһынса эшкә сумыр­һығыҙ. Әгәр ялҡауланһағыҙ, оҙаҡҡа рәттән сығырһығыҙ. Хәлегеҙҙе осраҡлы кешеләр менән уртаҡлашыу зыян килтереүе бар. Кесе йомала көс-ваҡытығыҙҙы кәрәкмәгән эшкә түгеүҙән һаҡланығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үҙегеҙҙең тирәләге хәлдәрҙе иғтибарлыраҡ күҙәтегеҙ. Ҡайһы бер үҙгәрештәрҙән файҙа күрерһегеҙ, бәлки. Күптән таныш булған кешенең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте боҙолор. Бының сәбәбен аңларға тырышығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Төп эшегеҙҙә көсөргәнешлек һиҙелеп торор. Юҡ-барға көсөгөҙҙө әрәм итмәгеҙ, мөһим эшкә хәлегеҙ етмәҫ. Был арала етәксегеҙҙең күҙенә күренмәҫкә тырышығыҙ. Йомалағы ваҡиғалар бер аҙ күңелегеҙҙе күтәрер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәл шәхси мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү өсөн уңайлы. Шишәмбелә осраҡлы ғына ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ кеүек. Һеҙҙе алдарға теләүселәр ҙә табылып торор. Кесе йомала ишеткән тәҡдимдәргә икеләнеп ҡарауығыҙ дөрөҫ булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Әүҙемлегегеҙҙе мөмкин тиклем кәметегеҙ. Был аҙнала ҙур эштәрҙе башҡарыуға көс-хәлегеҙ етмәҫ, ахыры. Үткән ваҡиғаларҙан фәһем алыу ҙа файҙалы булыр ине. Аҡсағыҙҙы иғтибар менән тотоноғоҙ, тиҙҙән һеҙҙе ҙур сығымдар көтә

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәүетемсә генә барған эштәрегеҙ туҡтап ҡалғандай тойолор. Ҡайһы ваҡыт ялҡаулыҡ менән дә көрәшергә тура килер. Ғөмүмән, һеҙҙе тыныс осор көтә. Алдағы хәл-ваҡиғаларға әҙерләнеү өсөн мөмкинлек тыуыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Матди мәсьәләләр тәүге урынға сығыр, моғайын. Аҡса, өҫтәмә килем эҙләү менән мәшғүл булырһығыҙ. Өйҙәге мәшәҡәттәр ҙә иғтибар талап итер. Йомалағы үҙгәреүсән хәлдәргә әҙер тороғоҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар тиҙ барған кеүек. Кешеләргә уйҙарығыҙҙы еткереү, фекерегеҙҙе ҡағыҙға төшөрөү күпкә еңеләйер. Аҙна барышында сәнғәткә, ижадҡа яҡын булғандар мотлаҡ уңыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙең турала дошмандарығыҙҙың юҡ-бар хәбәр таратыуы ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә араларҙы асыҡларға кәңәш ителмәй. Шаршамбыла ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Йомалағы осрашыуҙар уйламағанса файҙалы үтер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында яҡшы хәбәрҙәр, яңылыҡтар даими килеп торор. Шаршамбыла ниндәйҙер серҙе асырһығыҙ, бынан үҙегеҙгә ниндәйҙер файҙа ла сығарырһығыҙ. Эш урынығыҙҙа, өйөгөҙҙә тәртип урынлаштыра алырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға