«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (15-21 май)



17.05.2017 Йондоҙнамә (15-21 май)

Йондоҙнамә   (15-21 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларға яңыса ҡарай башларһығыҙ, бәлки. Элек аңламағанды төшөнөр­һөгөҙ. Был арала етәкселәрҙән ары торорға, бөтә аралашыуҙы кәметергә ҡушыла, юғиһә мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай алмаҫһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Тәүге ҡарашҡа осор башҡаларҙан бер нисек тә айырылмай һымаҡ. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр ҡырҡа артасаҡ. Ҡайһы ваҡыт үҙегеҙгә лә хужа була алмаҫһығыҙ кеүек. Күптәрҙең шәхси тормошонда ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Еңел аҙнаға өмөт итмәгеҙ. Буш, кәрәкмәгән һөйләшеүҙәр күбәйер. Янығыҙҙағы кешеләр үҙ мәсьәләләрен һеҙгә йөкмәтергә тырышыр. Был арала ҡайһы бер яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙға үҙгәрештәр индерергә тура килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бөтә эштәрегеҙ ҙә ҡәҙимгесә барған кеүек. Шишәмбе генә башҡаларҙан айырылып торор. Был көндө бер ҡасан да уйламаған хәл-ваҡиғаға юлығырһығыҙ. Тейешле һығымта ла яһарға мәжбүр булырһығыҙ һымаҡ. Йомала яҡшы хәбәр килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡайһы бер үткән ваҡиғаларға ҡарашығыҙ үҙгәрер. Икенсе яҡтан, киләсәккә яңы уй-маҡсаттар ҙа тыуыр. Тик уларҙы бойомға ашырыуға көс-хәлегеҙ генә етһен. Яҡшы таныш булмаған кешеләр менән артыҡ серләшмәгеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбеләге ваҡиғалар дөйөм хәлегеҙгә ыңғай йоғонто яһар. Башығыҙға өмөтлө уй-фекерҙәр килер. Һеҙҙең тирәләге һуңғы хәлдәрҙе асыҡ аңлай башларһығыҙ, моғайын. Мәл уҡыу, яңы белем үҙләштереү өсөн үтә уңайлы.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Борсоп торған төп мәсьәләләр буйынса бер аҙ алға табан китеш булыр. Яҡындағыларҙан да ярҙам, файҙалы кәңәштәр алырһығыҙ. Күптәр яңы эшкә күсеү тураһында етди уйлай башлар. Кесе йомала өмөтлө осрашыу көтөгөҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна барышында мөһим эштәр менән булышырға тура килер. Башҡаһына көс-хәлегеҙ етмәҫ тә, моғайын. Шаршамбыла уйламағанда матди ярҙам алырһығыҙ. Йома бик икеле көтөлә, уяу булығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Яҡшы таныш булған эштәр һәйбәт барыр. Ижади һәләттәрегеҙ ҙә асылыр. Күптәр тәртип урынлаштырыу менән шөғөлләнер. Шаршамбынан һуң бер ниндәй эштән дә ҡурҡмағыҙ, барыһын да булдырырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышында кәйефегеҙҙе күтәрерлек бер нисә ваҡиға көтөлә. Был арала ниндәйҙер ҙур һәм ауыр эш иңегеҙҙән төшөр. Кесе йомала элек башҡарған эшегеҙ өсөн аҡса алыуығыҙ ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Һуңғы ваҡыттағы тырышлығығыҙ мотлаҡ емеш килтерер. Тик ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Йомалағы хәлдең һеҙҙең файҙаға тамамланмауы ла ихтимал. Бының өсөн борсолмағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала ижади кешеләр әллә ни ырата алмаҫ, моғайын. Төрлө мәшәҡәт һәр саҡ ҡамасаулап торор. Шулай ҙа өмөтлө осрашыуҙар күп булыр, уларҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Кесе йомала алданыуығыҙ ихтимал, артыҡ асыҡ булмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға