«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хеҙмәттәре донъяға нур һибә



18.12.2010 Хеҙмәттәре донъяға нур һибә

Хеҙмәттәре донъяға нур һибәБөгөн йәшәйешебеҙҙе яҡтылыҡтан башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ә бит ата-бабаларыбыҙ үткән быуаттың 60-сы йылдарында ғына электр энергияһын файҙалана башлай. Уға ҡәҙәр кәрәсин лампалары яҡтылыҡ сығанағы булып торған. Бер нисә йыл эсендә республиканың төпкөл ауылдарына ла электр селтәре һуҙылған. Был, үҙ сиратында, халыҡтың тормош кимәлен күтәрә һәм республиканың иҡтисади-социаль үҫешенә булышлыҡ итә. Урындарҙа ҡулланыусыларҙы тулы күләмдә энергия сығанағы менән тәьмин итеүсе предприятиелар ойошторола. Уларҙың эшмәкәрлеге республика ауылдарының һәм халыҡтың тормош кимәле үҫеше менән үрелеп бара.
Борай «Электр селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы – тап шундайҙарҙың береһе. Уның үткәне һәм бөгөнгөһө райондың үҫешендә сағылыш таба. Коллектив тотош районда тормош көйлөлөгөн, агросәнәғәт, шәхси предприятиеларҙың һәм учреждениеларҙың тотороҡло эшмәкәрлеген тәьмин итә. Энергетиктар 131 саҡрымдан ашыу электр линияһын (шуның өс саҡрымы – кабель линиялары), 60 трансформатор подстанцияһын хеҙмәтләндерә. Уларҙың ҡарамағындағы абоненттар һаны дүрт меңгә етә.
Коллектив электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар­ға юл ҡуймай. Был маҡсатта бигерәк тә ҡышҡы осорҙа ҙур тырышлыҡ һалалар. Электр үткәргестәрҙең ҡаты һалҡындарға сыҙамайынса өҙөлгән саҡтары була. Хәлде төҙәтеү һәм өҙөклөккә юл ҡуймау өсөн ваҡыт менән дә, тәбиғәт ҡырыҫлығы менән дә иҫәпләшмәйҙәр. Һәр хәлдә, аварияларҙы булдырмау, ресурстар­ҙы тотороҡло һәм һаҡсыл файҙаланыу көнүҙәк бурыс һанала. Ошо маҡсатта матди-техник база йылдан-йыл нығытыла, эш шарттары камиллаштырыла, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү хәстәрлеге күрелә. Хеҙмәт ҡағиҙәләрен теүәл үтәү – һәр кемдең зарури бурысы. Эшселәр махсус кейемдәр менән тәьмин ителә.
Хеҙмәттәре донъяға нур һибәКоллективта үҙ эшенең оҫталары эшләй. Шулай уҡ директор Нәсим Насибулла улы Хәмиҙуллиндың ойоштороу һәләтен айырым билдәләү урынлы. Берҙәм тырышлыҡ булғас, эштәре лә ырамлы.
Энергетиктарҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Сөнки район үҫә, төҙөкләнә, яңы микрорайондар ҡалҡып сыға. Мәҫәлән, 2008 – 2009 йылдар­ҙа район үҙәгендәге Молодежный микрорайонында өс миллион һумдан ашыулыҡ эш башҡарғандар. Бының өсөн аҡса республика бюджетынан бүленгән. Шулай уҡ Солнечная һәм Уфимское шоссе урамдарында йәшәүселәр ҙә энергетиктарға рәхмәтле. Унда 2551 метр оҙонлоҡтағы электр селтәрҙәре һуҙғандар. Электр селтәрҙәрен киңәйткән бер ваҡытта, ғәмәлдәгеләрен тейешле эш хәлендә тотоуға, яңыртыуға етди иғтибар йүнәлтелә. Быйыл, мәҫәлән, урындағы бюджеттан бүленгән аҡсаға район мәҙәниәт бүлеге бинаһындағы электр үткәргестәр һәм яҡтыртыу приборҙарына капиталь ре­монт үткәргәндәр.
Коллективта 25 кеше тир түгә. Уларҙың уртаса йәше 35 – 40-тан артмай. Һуңғы ваҡытта коллектив йәш белгестәр иҫәбенә тулылана. Мәҫәлән, мастер Азат Хәбибов – ҡырмыҫҡалы егете. Бында аграр университетты тамамлағандан һуң эшкә килгән. Иҡтисадсы Гөлназ Хажиева менән электромонтер Вадим Садиров та йәш белгестәр сафын тулыландырған. Ә йәштәргә йәшлек дәрте хас. Күптәр спорт менән шөғөлләнә. Үҙҙәре спортҡа әүәҫ булғас, район йәштәрен дә сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү тураһында ҡайғырталар. Энергетик­тар райондың өс саҡрымлы саңғы трассаһын, өс хоккей майҙансығын яҡтылыҡ менән тәьмин иткән. Райондағы бер генә спорт сараһы ла энергетиктарҙан башҡа үтмәй. Директор Нәсим Хәмиҙуллин иң әүҙем һәүәҫкәр спортсылар рәтендә бригадир Мөбәрәк Камалетдинов, электромонтерҙар Булат һәм Редик Гәрәевтарҙың исемдәрен айырып телгә алды.
Коллектив татыу, берҙәм, уңыштары ла ҡыуаныслы. Әммә энергетиктарҙың ҡулланыусыларға ҡайһы бер теләктәре лә бар.
– Электр энергияһын һәр кем теләп файҙалана. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәй. Был иһә предприятиеның финанс хәлендә сағылыш таба. Бындай хәлгә юл ҡуйылмаһын ине, – ти Нәсим Насибулла улы.
Энергетиктар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән тормош көйлөлөгөн ҡайғырта, донъяны яҡтырта. Шуға уларҙың һөнәри оҫталығына ихтирам ҙур. Борай энергетиктары һөнәри байрамын хеҙмәт уңыштары, яҡты йөҙ менән ҡаршылай.

Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.
Борай районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға